Бөтә яңылыҡтар

Беҙ – һуғыш балалары

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың хәтирәләрен беҙ ҡыҙыҡһынып уҡыйбыҙ һәм тыңлайбыҙ. Ләкин, үкенескә күрә, ул ҡот осҡос йылдарҙа бөтөнләй бәләкәй генә булған балалар тураһында бик аҙ һөйләнелә.

Мин 1939 йылда фин һуғышы башланып торған ваҡытта тыуғанмын. Ул саҡта беҙ Ҡор-ғат ауылында йәшәй инек, атайыбыҙ Әхйәмов Ҡыяметдин унда “Комбайн” колхозы рәйесе булып эшләгән. 1942 йылдың июнендә, броне булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙ теләге менән фронтҡа китә. Ә беҙ йәшәргә тыуған ауылыбыҙ Әжекәйгә күсеп ҡайтҡанбыҙ. Атайым фронтҡа киткәндән һуң бер айҙан энем тыуҙы. Ғаиләбеҙҙә алты бала булып киттек. Төп туйҙырыусыбыҙ быуаҙ һыйыр ине. Бер ваҡыт ул көтөүҙән ҡайтманы. Эҙләй торғас, ауылдан йыраҡ түгел йылға буйында уның мөгөҙҙәрен, тояҡтарын һәм үле быҙауын ғына таптыҡ.
Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр. 1944 йылдың башында атайыбыҙға “похоронка” алдыҡ, унда сержант Әхйәмов Ҡыяметдин Тыуған илен һаҡлап (уның тураһында “Мәсетле тормошо” гәзитенең 2010 йылдың 29 июлендәге һанында мәҡәлә сыҡҡайны) батырҙарса һәләк булды, тип яҙылған ине. Бәхеткә күрә, атайыбыҙ ауыр яраланып, аңын юғалт-ҡан ғына булып сыға һәм ул иҫән ҡала. 1944 йылдың 13 майында ул ғәрипләнеп, яраланып, контузияланып ҡайтты һәм ныҡ тотлоға ине. Яраларҙы ул Калининград фронтында һөжүм итеү ваҡытында ала.
Һуғыштан ҡайтҡандан һуң уны Әжекәй ауылы “Ворошилов” колхозы рәйесе итеп һайлайҙар. Ул һуғыштың иң ауыр йылдары була. Колхоз етештергән бөтөн продукцияны фронтҡа алып торалар. Халыҡ аҙыҡ-түлек һалымы түләй. Колхозсылар аслы-туҡлы йәшәй. Бер ваҡыт партияның район комитеты уполномоченныйы атайымдан: “Ҡасан килһәң дә өҫтәлегеҙҙә картуфтан башҡа бер ни юҡ, һин бит колхоз рәйесе”, – ти. Быға атайым: “Колхозсыларым нимә ашай – минең өҫтәлемдә шул”, – тип яуаплай.
Нисектер бер атайымдың кабинетына бала күтәргән ҡатын килеп инә лә: “Балам ас, ашатырға бер нәмә лә юҡ”, – тип балаһын ҡалдырып сығып китә. Колхоз келәтендә бер нисә тоҡ он барлыҡҡа килгәс, колхоз идараһы уға бер аҙ он яҙып бирә. Шунан ҡатын балаһын кире килеп ала, уға тиклем баланы әсәйем ҡараны.
Ә һуғыштан һуң күпме бала етем ҡалды. Ата-әсәләре һәләк булыу арҡаһында илдә бик күп ҡарауһыҙ балалар барлыҡҡа килә.
Һуғыштан һуң Свердловск өлкәһенең Яманйылға ауылынан ата-әсәһеҙ ҡалған ағалы-ҡустылы өс бер туған ауылыбыҙҙың һөтсөлөк фермаһына килде.
Бер ваҡыт атайым кисен инде бер аҙна фермала йәшәгән малайҙар тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Аталары һуғыштан ҡайтмаған, ә әсәләре үлгән, малайҙарҙың олоһо инвалид, ти. “Улар күптән мунса кермәгән, өҫтәрендә – иҫке-моҫҡо ғына. Малсылар кемдең нимәһе бар, шуның менән ярҙам итә”, – тине атайым, һуғышта күпме шундай етем балалар күрергә тура килгәнен иҫенә төшөрөп. Әсәйебеҙ атайыбыҙҙың уйын аңлап, уларҙы ғаиләбеҙгә алырға ризалығын бирҙе. Шулай итеп беҙҙең ғаиләлә 12 кеше булып китте.
36 квадрат метр өйҙөң иҙәнендә ике рәт булып йоҡлайбыҙ. Әсәйебеҙ ашарға әҙерләй, кер йыуа, кейемдәребеҙҙе ямай, беҙҙе ҡарай. Өҫтәлгә сиратлап ултырабыҙ: иң беренсе ҡарарға алған балалар һәм беҙ, кеселәр, шунан апайҙарыбыҙ һәм ата-әсәйебеҙ. Ике айҙан ҡарарға алған балаларҙың кесеһе – 10 йәшлек Рәҡипте атайым приютҡа урынлаш- тырҙы. Ағалы-ҡустылыларҙың олоһо – Мулланур Рәбиға исемле ҡыҙға өйләнде. Улар Әжекәй ауылында йәшәне. 13 йәшлек Зәйнулла беҙҙең ғаиләлә ҡалды. Ул ныҡ һәм сәләмәт егет булып үҫеп буй еткер-ҙе. Абдулла ауылы ҡыҙы Зилараға өйләнде. Улар Свердловск өлкәһенең Асбест ҡалаһына йәшәргә китте, Зәйнулла унда шахтер булып эшләне. Беҙ ҙә, ете бала, атай-әсәй арҡаһында тормошта үҙ урыныбыҙҙы таптыҡ.
Һуғыштан ҡайтҡандан һуң атайым оҙаҡ йәшәмәне. Алған яраларынан оҙаҡ ауырыны һәм 1958 йылдың 16 февралендә 53 йәшендә донъя ҡуй-ҙы.
Беҙ, һуғыш балалары, фронтовиктарҙан кәм күрмәнек. Беҙ күргән михнәттәрҙе һөйләп тә, яҙып та килештерерлек түгел. Һәр ҡайһыбыҙҙың үҙ һуғышы, үҙ яҙмышы булды. Ваҡытынан алда өлгөрөп етеп, беҙ колхоз-совхоздарҙы аяҡҡа баҫтырҙыҡ.
1963 йылға тиклем һуғыш балалары колхоздарҙа бушлай, “трудденгә” эшләне. Һуғыштан һуңғы йылдарҙың ауыр булыуына ҡарамаҫтан, улар уҡырға, белем алырға тырышты. Беҙ, өс әжекәй егете – Рифат Әйүпов, Рәфис Ихъяев һәм мин – төрлө сәбәптәр менән Оло Аҡа урта мәктәбен 20 йәштә генә тамамланыҡ. Бар хеҙмәт юлыбыҙ колхозда үтте. Ә колхоздарҙы үҙгәртеп ҡора башлағас, беҙ ҡайҙа барырға белмәй аптырап ҡалдыҡ.
Беҙҙең тормошта шатлыҡтар ҙа, күңел ҡайтыуҙар ҙа, уңыштар һәм яңылышлыҡтар, осрашыуҙар һәм айырылышыуҙар, уңыуҙар һәм туңыу-ҙар, яңы дуҫтар осратыу һәм яҡындарҙы юғалтыу ҙа булды. Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, ни менән генә шөғөлләнһәк тә, тормошобоҙ һәм яҙмышыбыҙ нисек кенә ҡоролмаһын, тарих биттәрендә беҙ мәңгелеккә һуғыш балалары булып ҡаласаҡбыҙ.
Марс ӘХЙӘМОВ,
Әжекәй ауылы.