Сараға Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Таһира Мөхәмәтова, Мотаһара Абзанова һәм Әлфиә Мөхәрмәтова саҡырылғайны. Улар барлыҡ хеҙмәт юлдарын ауыл хужалығына бағышлаған. Ошо көндәрҙә улар-ға Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалдары тапшырҙылар.
Ветерандар менән осрашыу- ға ауылдаштары килгән. Улар араһында йәштәрҙең күп булыуы ҡыуандырҙы. Осрашыуҙы клуб мөдире Резеда Ғәлимова асты һәм алып барҙы. Ветерандар адресына ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Тәслимә Ширғаҡованан да рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Райондың почетлы гражданы, Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры Тәнзилә Мөхәмәтйәрова коллегалары тура-һында һөйләне. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар өсөн художестволы үҙешмәкәрлек номерҙары башҡарылды һәм бүләктәр тапшырылды.
– Ҡаһарманлығығыҙ һәм ныҡ булғанығыҙ, сабырлығығыҙ һәм шәфҡәтлегегеҙ, Ватаныбыҙға сикһеҙ мөхәббәтегеҙ һәм Еңеүгә ҡайнар ышанысығыҙ өсөн беҙ бөгөн һеҙҙең алда баш эйәбеҙ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, – тине алып барыусы.
Был көндө шулай уҡ 20 февралдә 90 йәшен тултырған Мотаһара Абзанованың юбилейын билдәләнеләр. Ул Яңы Мөслим ауылында ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үҫмер генә килеш хеҙмәт юлын башлай. Урман ҡырҡыуҙа эшләй, ер һөрә, ашлыҡ сәсә, бесән әҙерләй. Ауыр була, ләкин быларҙың барыһы ла Еңеү өсөн эшләнә. 1946 – 1958 йылдарҙа Жданов исемендәге колхозда һауынсы булып эшләй. Юғары күрһәткестәре өсөн уны Мәскәүгә халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә ебәрәләр.
1958 йылда Ишәле ауылынан Рафаэль Мәүләүи улына кейәүгә сыға. Уларҙың ғаиләһендә биш бала тыуа. Мотаһара Шабанова хеҙмәт юлын “Коммунист” колхозында дауам итә. Ул балалар тәрбиәләргә лә, алдынғы һауынсы, быҙау ҡараусы булырға ла өлгөрә. Ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп наградаларға эйә. 1977 йылда “Райондың атҡаҙанған һауынсыһы” исеменә лайыҡ була.
Сара һуңында барыһын да юбилярҙың ҡыҙы әҙерләгән табынға сәйгә саҡырҙылар.