Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Фоторәсемдәр беҙгә тарих һөйләй

Ҡамауҙа ҡалған Ленинградтан халыҡты эвакуациялау 1941 йылдың 29 июнендә башлана һәм, 1943 йылдың 1 апреленә тиклем дауам итеп, өс этапта үтә.

Ошо ваҡыт арауығында ҡаланан 1743129 кеше сығарыла. Тәүгеләрҙән булып эвакуацияланыусылар араһында Рабиға Әхмәтйәнова ла була. Был хаҡта беҙгә тыл хеҙмәтсәненең Теләш ауылында йәшәгән ейәнсәре Гөлнара Сафина бәйән итә.
“Ғаилә альбомын ҡулыма алып, уның һәр битен иғтибарлап ҡарап, бөтөнләйгә үткәндәрҙә ҡалған ваҡиғалар тураһында хәтирәләр һаҡлаған һарғайып бөткән фотоһүрәт-тәрҙе һәм документтарҙы ҡулыма алған һайын мине аңлатып биргеһеҙ тулҡынланыу тойғоһо биләп ала.
Фоторәсемдәрҙең береһе 80 йыл элек төшөрөлгән. Унан миңә егет менән ҡыҙ баға. Улар һуғыш һынауҙарын үҙ иңдәрендә күтәрәсәк олатайым менән өләсәйем.
Өләсәйем Рабиға Әхмәт- йәнова 1917 йылда Ишәле ауылында тыуған. 1940 йылда уны Ленинград ҡалаһына фабрика-завод уҡыуына ебәрәләр. Унда ҡыҙ хәрби хеҙмәт үткән Хәй-ҙәр Ғабдуллинға кейәүгә сыға. Улар 1940 йылдың 23 сентябрендә Ленинград өлкәһенең Яблоновск ауыл Советында законлы никахҡа инәләр. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ире фронтҡа китә, ә өләсәйем 1941 йылдың 18 июлендә эвакуациялана. Поезда ҡайтып килгәндә уның тәүге һәм берҙән-бер балаһы – беҙҙең атайыбыҙ Рәшит Хәйҙәрйән улы донъяға килә. Яңы ғына тыуған сабыйы менән ул медсестра ярҙамында Нязепетровск ҡалаһының Ураим станцияһына тиклем барып етә һәм, шунда төшөп ҡалып, йөк машинаһына ултыра һәм Свердловск өлкәһенең Сухановка ауылына тиклем бара, унан тыуған ауылына – йәйәү.
Өләсәйем ғүмер буйы колхозда хеҙмәт итте. Ул яуҙа хәбәрһеҙ юғалған ирен ғүмер буйы көттө. Ҡыҙғанысҡа күрә, беҙ олатайыбыҙ тураһында бер нимә лә белмәйбеҙ, тиерлек, бары уның Миәкә районынан икәнлеге генә билдәле.
Икенсе фотографияла – өләсәйемдең ҡустыһы Зәки Әхмәтйәнов. Ул 1939 йылдың 16 авгусында армияға алына. Уға ла әйләнеп ҡайтыу яҙмаған була – 1944 йылда яу яланында башын һала.
Беҙ яҡындарыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм ғаиләбеҙҙә улар хаҡында яҡты хәтирәләр һаҡлайбыҙ. Альбомда шулай уҡ һарғайған ике ҡағыҙ һаҡлана. Ул өләсәйем менән олатайымдың никахтарын теркәү тураһында таныҡлыҡ һәм өләсәйемде Ленинградтан эвакуациялау тураһында белешмә”.