Бөтә яңылыҡтар

Яугир һәм игенсе

Һеҙҙең иғтибарға Башҡортостан Республикаһы татарҙары милли-мәҙәни автономияһының Мәсетле филиалы рәйесе урынбаҫары Радик Вәлиевтың хөрмәтле ауылдаштарының береһе – Зәки Ғәйфуллин һәм уның нәҫелен дауам итеүселәр тураһында хатын тәҡдим итәбеҙ.

“Быйыл илебеҙ фашистик Германияны еңеүҙең 75 йыллығын билдәләй. Күп матбуғат сараларында был ҡанлы һуғыш тураһында мәҡәләләр, рух көсө, яу яланындағы батырлыҡтар тураһында хикәйәләр күбәйеп китте. Ошоға бәйле илебеҙ етәкселегенең архивтарҙың мөмкин тиклем халыҡ өсөн асыҡ булыуын тәьмин итергә ынтылыуын, яңы мемориалдар, атап әйткәндә, 1941-1942 йылдарҙа ҡан ҡойошло һуғыш барған, күп яҡташтарыбыҙ өсөн мәңгелек йортҡа әйләнгән Ржев ҡалаһында мемориал асыу тураһында тәҡдимен хуплайбыҙ.
Был ҡәһәрле һуғышта һәр ғаиләнән Ватаныбыҙ өсөн баштарын һалғандар. Үлемһеҙ полк исемдәре тулылана, Еңеү көнөн байрам иткәндә фронтовиктарҙың рәсемдәре менән үлемһеҙ полк Рәсәй ауылдары һәм ҡалалары урамдарын тултырып уҙа.
Шул уҡ ваҡытта күп ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтары билдәһеҙ булып ҡала. Һәләк булғандарҙың барыһының да исемдәре обелискылар-ҙа күрһәтелмәгән. Ошо йылдар дауамында һуғышта ҡатнашыусыларҙың, шулай уҡ һуғыштан һуң вафат булғандарҙың, концлагерҙарҙа ыҙа сигеп ғүмерҙәре өҙөлгәндәр-ҙең барыһының да исемдәрен ошо исемлектәргә индереп бөтөрөргә була ине. Беҙ был хаҡта хәтерләргә тейеш! Еңеүҙең данлы тарихын, колхоз хеҙмәтсәндәренең – әсәй-өләсәй-ҙәребеҙҙең ауыр хеҙмәтен оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Районыбыҙҙа бөгөн йәшәгән ветерандарҙы бармаҡ менән генә һанарлыҡ. “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында намыҫлы хеҙмәт өсөн” миҙалы менән бүләкләнгәндәр ҙә бер нисә йөҙ кеше ҡал-ған. Хөкүмәттең бөгөн уларға матди ярҙам күрһәтеүе ҡыуаныслы.
Минең һүҙем Ғәйфуллин Зәки Ғәйфулла улының ғаиләһе тураһында. Уның хаҡында мәҡәлә 1966 йылда баҫылып сыҡҡайны. Ошо ваҡыттан һуң әллә күпме яңы быуын үҫеп етте. Улар ҙа был кеше хаҡында белергә тейеш.
Зәки Ғәйфуллин 1902 йылда Яңы Мөслим ауылында тыу-ған. Ул кескәй генә сағынан ерҙә хеҙмәт итә, малай көйө Нөгөштә мал көтә, бәләкәйҙән сыныға. мәктәптә уҡыу мөмкинлеге булмайынса, 1918 йылда үҙ аллы уҡырға һәм яҙырға өйрәнә, имтихандарҙы яҡшы баһаға тапшыра. Аслыҡ йылдарын кисерә, дүрт туғанын юғалта.
1924 йылдың октябрендә уны эшсе-крәҫтиәндәр Ҡыҙыл Армияһы сафына 66-сы уҡсылар полкына алалар. Рус телен өйрәнеп, сәйәси белемгә эйә була. 1926 йылдың декабрендә запасҡа сыға һәм тыу-ған ауылына ҡайта.
Зәки Ғәйфуллин, Дәүләтхан Абдрахманов, Сәфәрғәли Ғарипов, Ғабдрахман Назыров, Әхмәҙулла Мөхәмәтйә-нов, Ғәзизулла Мөхәмәтйәнов, Вәкил Зарипов, Даян Ғизәтуллин “Сейә тауы” исеме менән ер эшкәртеү буйынса иптәшлек төҙөйҙәр. Уларҙың барыһы ла тиерлек аҙаҡ колхоз бригадиры булып китәләр, ә һуғыш башланыу менән фронтҡа алыналар һәм яуҙа һәләк булалар.
1941 йылдың 7 декабрендә Зәки Ғәйфуллинды йәнә эшсе-крәҫтиәндәр Ҡыҙыл Армияһына алалар. Ул 1227-се уҡсылар полкына эләгә. 1942 йылдың майына тиклем ошо часта хеҙмәт итә. Артабан 570-се саперҙар батальонына сапер-мина һалыусы итеп күсерәләр. Ошолай итеп 1943 йылдың февраленә тиклем Калинин фронтында һуғыша.
Ҡаты һуғыш мәлендә уң тубығы ныҡ йәрәхәтләнә һәм яугир эвакуациялағы 1942-се госпиталдә дауалана. Артабан 1032-се уҡсылар полкына ебәрелә. Көтөп алынған Еңеүҙе ул ошо составта ҡаршылай. Әммә Еңеү көнө тураһында хәбәр менән генә уның өсөн һуғыш тамамланмай әле. 1945 йылдың июнендә Зәки Ғәйфулла улы Алыҫ Көнсығышҡа ебәрелә, унда 521-се эшселәр батальоны составында Совет-япон һуғышында ҡатнаша, япон тотҡондарын ҡарауыллай.
Хәрби ҡаһарманлыҡтары өсөн 1943 йылдың ғинуарында “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә, 1945 йылда – “Германияны еңгән өсөн” һәм “Японияны еңгән өсөн” миҙалдары менән.
1945 йылдың октябрендә генә тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Фронтовикты шунда уҡ Жданов исемендәге колхоз рәйесе итеп һайлайҙар. Һуғыш йылдарында хужалыҡҡа Әләгәҙҙән Ғаббас Ғарипов, Һаҡау ауылынан Р. Әхмәтшин, Мөслимдән Лоҡман Хәйруллин етәкселек итә. Зәки Ғәйфуллин – 1950 йылға тиклем. Ул йылдарҙа Жданов исемендәге һәм “Коммунар” (рәйесе Вәкил Вәлиев була) колхозы араһында ярыш бара. Улар ауыл иҡтисадын тергеҙә, ауылдаштарының тормошон көйләй.
Зәки Ғәйфуллин (1985 йыл). Фәһим Ғәйфуллин.

Зәки Ғәйфулла улы тыуған ауылынан Ғизинур Ғәлиулла ҡыҙы Әхмәроваға өйләнә. Бер-бер артлы ҡыҙҙары Ләмғиә, Фәймә, Ғәлиә һәм Нәҡиә, улдары Ахунйән һәм Фәһим донъяға килә.
1950 йылда ике колхоз берләшә һәм Жданов исемен йөрөтә башлай. Унда 1953 йылға тиклем Вәкил Вәлиев етәкселек итә.
Зәки Ғәйфуллин колхоз рәйесенең баҫыусылыҡ буйынса урынбаҫары була. Намыҫлы хеҙмәте өсөн “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Ҡатыны Ғизинур Ғәйфуллина ла ошондай уҡ миҙал ала. Ул үҙе кеүек уңған ҡатындар Ғәйнисафа Хаматуллина, Баян Носратуллина, Фәтҡиә Йыһаншина, Ғәфиә Хәлилова, Миннур Ғибәҙуллина, Минниса Хаматуллина, Фәризә Хәйруллина, Сайма Хәкимова, Шәрифә Хәтмуллина, Миниса Әхмәтшина менән баҫыуҙа эшләй. Уларҙың һәр береһе колхозда көндө төнгә ялғап хеҙмәт итә, бесән саба, ашлыҡ ура, кип-терә, елгәрә, ирҙәренең үлемдәрен баш эймәй кисерәләр, балаларын атайһыҙ ҡарап үҫтерәләр. Фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн улар “1941-1945 йылдар-ҙағы Бөйөк Ватан һуғышын- да намыҫлы хеҙмәт өсөн” миҙалы менән бүләкләнгәндәр.
Һуғыштан һуң ил ныҡлы аяҡҡа баҫа. Хәрби йылдарҙағы ун бер миллионлыҡ армия кәмеп өс миллион һалдатҡа тиклем ҡала. Колхоздар яңы техника ала башлай. Егеттәр барыһы ла тиерлек тракторсыға уҡый. Зәки Ғәйфуллиндың улдары ла үҫеп буй еткерә. Улы Ахунйән мәктәптән һуң Яраҫтау тракторсылар мәктәбен тамамлай, ә унан һуң Красноуфимск ҡалаһында 22-се техник-һөнәрселек училищеһына уҡырға инә һәм тимер юлсы һөнәренә эйә була. Ул Магнитогорск ҡалаһында, Ырым- бурҙа, Ҡаҙағстанда, БАМда – илебеҙҙең күп урындарында эшләй, “РФ-тың атҡаҙанған тимер юлсыһы” исеменә лайыҡ.
Икенсе улдары Фәһим Дыуан ауыл хужалығы техникумын һайлай һәм 1969 йылда уны уңышлы тамамлап, зоотехник дипломына эйә була. Ҡаҙағстанда Байконурҙа хеҙмәт итә. Тыуған ауылына ҡайт-ҡандан һуң уны ферма мөдире итеп тәғәйенләп ҡуялар. Был вазифала 1976 йылға тиклем намыҫлы хеҙмәт итә. Ошо ваҡыт эсендә колхозда заманса малсылыҡ комплексы тө-ҙөйҙәр.
1976 йылдан алып 1984-кә тиклем икенсе комплекслы бригадала бригадир була. Ауыл ҙурая, көнкүреш яйлана, колхозсыларҙың хужалыҡтары нығына. Төҙөлөш бригадаһына мохтажлыҡ тыуа. Фәһим Ғәйфуллинды төҙөлөш бригадаһы бригадиры итеп тәғәйенләйҙәр. Ул эшләгән йылдарҙа гараж, балалар баҡсаһы биналары, өйҙәр төҙөлә.
1987 йылда уны колхоз рәйесе урынбаҫары итеп ҡуялар. Был ваҡытта колхоз рәйесе Мулланур Ғибәҙуллин пенсияға китә. Артабан Рәзим Әбдрәхимов, Зиларис Хәлимуллин, Рәүил Зәйнуллин һәм Тәлғәт Сәлимов колхоз рәйестәре булалар. Һыу һәм газ торбалары һуҙғанда төҙөлөш материалы алырға Когалымға, Әлмәткә, Полевскойға баралар.
Фәһим Ғәйфуллин, 28 йыл Яңы Мөслим ауыл Советы депутаты булған атаһы кеүек, өс тапҡыр депутат итеп һайлана, колхоз идараһы ағзаһы була, КПСС сафына баҫа. Ул бөгөн дә ауылдағы йыйылыштарҙы ҡалдырмай, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша.
Фәһим Зәки улының дөйөм хеҙмәт стажы 48 йыл тәшкил итә. Ул Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт ветераны. “Маяҡ” колхозы (1986 йылда Жданов исемендәге колхоз ошолай итеп үҙгәртелеп атала) эшмәкәрлеге туҡтағандан һуң, 10 йыл Мәсетле райпоһы әҙерләүҙәр контораһы әҙерләүсеһе булып эшләй, Башҡортостан ҡулланыусылар йәмғиәтенең иң яҡшы әҙерләүсеһе тип таныла, премиялар ала, Үҙәк союз һәм Башҡортостан Республикаһы ҡулланыусылар йәмғиәтенең почет грамоталарына эйә.
Ҡатыны Хәлисә Әүәл ҡыҙы менән балаларына лайыҡлы белем бирҙеләр. Улдары Фир-ҙәүес Свердловск төҙөлөш колледжын тамамлап, Өфөлә төҙөлөштә эшләй. Ике улы бар.
Улдары Руслан Ҡазан юридик институтын тамамлаған һәм Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлегендә штаб начальнигы булып тора, ҡатыны Әлфиә Рафаэль ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләйҙәр.
Ҡыҙҙары Лена Свердловск урмансылыҡ институтын тамамлаған һәм бөгөн Екатеринбургта Кольцово аэропортында эшләй. Ике бала тәрбиәләй.
Фәһим Зәки улы менән ҡатыны бар ғаилә – балалары, алты ейәндәре, ике бүләләре бергә йыйылғанда улар өсөн ҡыуанып бөтә алмайҙар һәм балалары өсөн ғорурлыҡ той-ғоһо кисерәләр.
3 мартта ҙур ғаилә башлығына 70 йәш тула. Был көндө улар күмәкләп үҙҙәренең данлыҡлы атай-олатайҙары, игенсе, яугир Зәки Ғәйфулла улы Ғәйфуллинды ла мотлаҡ иҫкә алалар”.