Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ

Быйыл илебеҙ Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығын билдәләй. Уның ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә кисергән яҡташтарыбыҙ арабыҙҙа йәшәй. Нәҡ улар һөйләй ала беҙгә ул йылдар ваҡиғаларын. Тәкә ауылынан Әнжилә һәм Мулланур Әхмәтшиндар, Рәшиҙә Закирова – шулар иҫәбендә.

Мулланур бабай Тәкә ауылында күп балалы ғаиләлә өсөнсө сабый булып донъяға 1929 йылдың 5 ноябрендә ауаз һала.
Һуғыш башланғанда ни бары 12 йәш була уға. Һәр өйҙә – яланғаслыҡ, аш-һыу таҡы. Өйҙә кескәй туғандар көтә. Аҙ булһа ла ярҙамым тейәр тип, 13 йәше саҡ тулған Мулланур “Большевик” колхозында көтөүсе булып эш башлай. Артабан уны механизаторҙар курсына уҡыр-ға ебәрәләр. Аҙ һүҙле, тырыш, эшсән егеткә колхоз тракторын ышанып тапшыралар. Һынатмаҫҡа, башлаған эшен еренә еткереп башҡарырға ынтыла. Армия сафтарында өс йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас та үҙенең һөнәренә тоғро ҡала. Намыҫлы хеҙмәте, тырышлығы өсөн бик күп маҡтау грамоталарына эйә була. 1956 йылда күрше ауыл сибәре Әнжилә исемле ҡыҙ менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Матур итеп өй һалып инеп, биш балаға ғүмер бүләк итәләр.
Әнжилә әбейҙең дә бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. 1935 йылда тыуып, ете йәшендә атайһыҙ ҡала. Кескәй туғандарына һәм әсәһенә терәк булып үҫә. 7-се кластан фермала һауынсы булып эшләй. “Иртән тороп эшкә йүгерәһең, ҡулдар тала ине, – тип иҫкә төшөрә ул. – Ниндәй ауыр булһа ла, бар эште намыҫлы башҡарырға күнеккәнбеҙ инде. Балалар ишәйгәс, колхозда төрлө эштәргә йөрөнөм”.
Ир менән ҡатындың икеһенең дә бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарында үтә. Бала ҡайғылары ла күрергә тура килә.
Ауыр ваҡыттарында бер-береһенә терәк булып, бына инде 64 йыл бергә донъя көтә улар. Әйткәндәй, беҙҙең ауылда ололарҙан ошондай парлы ғаилә булып Әхмәтшиндар ғаиләһе генә ҡалды.
“Парлы булып оҙон ғүмер кисереүҙең сере нимәлә?” – тигән һорауға Әнжилә әбей йылмайып ҡына: “Бабайыңды ныҡ яратҡанғалыр. Бер-береңде хөрмәт итеүҙәлер” – тип яуап ҡайтарҙы.
Рәшиҙә Закирова – Тәкә ауылының иң оло кешеһе. Ул 1927 йылдың 16 декабрендә Ҡорғат ауылында тыуған. Олоһо ла, кесеһе лә Рәшиҙә әбейҙе хөрмәтләп, ағинәй тип өндәшәләр.
Һуғыш башланғанда уға ни бары 14 йәш була. Атайҙарын, ағайҙарын, улдарын илай-илай һуғышҡа оҙатҡандарын һаман да бик яҡшы хәтерләй.
“Ауыл буш булып ҡалды. Һәр өйҙән 2-3 ир-егет алынды. Балалар атайҙарына йәбешеп илайҙар. Гармун тартып, йырлап ауылдан ат менән оҙата инеләр”, – тип хәтерләй ағинәйебеҙ. Аҙыраҡ үҫкәс, уға почта таратыуҙы ышанып тапшыралар. “ Бигерәген дә һуғыштан килгән өсмөйөшлө ҡара хаттарҙы тапшырыуы ауыр ине. Әсәйҙәрҙең түккән күҙ йәштәрен күрмәҫ өсөн тиҙерәк өйҙәренән сығып китергә тырыша инем”, – тип, үҙе һөйләй, үҙе илай.
“Һәр бер өйҙә аслыҡ, яланғаслыҡ. Эшләмәгән эш ҡалманы инде. 5 йыл халыҡтан йыйылған һөттө Орджоникидзе ауылына ат менән алып барып тапшырҙым. Һәр бер өйгә 256 литр һөт тапшырыу заданиеһы бирелә. Айыртыл-ған һөттө алып ҡайтып, ауыл ҡатындарына таратам. Балалар һауыт тотоп көтөп торалар ине. Кистәрен әсәйҙәр шул һөткә ҡушып бәрәңге бешереп алалар. Һәр ғаиләлә балалар күп. Урыҫ еренә барып, ашлыҡ башаҡтарын алып ҡайтабыҙ ҙа һуҡҡылап алабыҙ. Әсәйҙәр бой-ҙай бөртөктәренән аш-һыу бешергән була. Баҡсала көҙҙән ҡалған бәрәңгене яҙ көнө сүпләп алып, тимер мейескә йоҡа итеп йәйеп, бешереп ашаныҡ. Яҙҙарын алабута, кесерткән, балтырған аштары ашауҙар һаман да күҙ алдынан китмәй. Бик күп балалар асҡа күбенеп үлде.
Артабан 5 йыл һыйыр һауҙым. Ул арала ла, малдарға бесән сабып, төнгөлөккә бирәбеҙ. Һәр өйгә сөгөлдөр бүленә. Уныһын да эшкәртәбеҙ. Нисек етешкәнбеҙҙер инде, уйлаһаң, иҫтәр китә”, – тип һөйләй Рәшиҙә әбей.
Ул Рауфан исемле егеткә кейәүгә сығып, биш балаға ғүмер бүләк итәләр, бик матур өй һалып инәләр.
“Етеш тормошта йәшәнек, бабайым бик тырыш, уңған кеше ине”, – ти ул.
Барлыҡ балаларына белем бирергә тырыштылар, улар төрлө өлкәләрҙә эшләнеләр һәм эшләйҙәр: Рафит – төҙөлөштә, ҡыҙҙары Рәйлә – уҡытыусы, Лилиә – китапханасы, Роза – бухгалтер, Рәҡибә – клуб мөдире.
Бала ҡайғылары ла күрергә тура килә Рәшиҙә әбейгә: ике ҡыҙҙары юҡ инде. Ауылдағы ҡыҙы Рәҡибә – уның терәге.
Әле лә өйҙә тик ултырырға яратмай. Әлеге көнгәсә һауым кәзәләрен тота. Бик күп ейәндәре, бүлә-бүләсәләре, байрам һайын ҡайтып, хәлдәрен белешеп торалар.