Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Мөхәмәтнур Миңләхмәт улы Вәлиев (һүрәттә уңда) тураһында уның улы – Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Нәҡип Вәлиев һөйләне.
“Мин һуғыштан еңеү менән ҡайтҡан атай-олатайҙарыбыҙ һәм ағайҙарыбыҙ емерелгән хужалыҡты тергеҙеп, яңы тормош ҡорған, аслыҡ-яланғаслыҡ менән көрәшкән һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа тыуған быуын кешеһе. Бер аҙ үҫә төшкәс, атайымдың кистәрен, күҙ йәштәрен тыймай, һуғыш михнәттәре, нисек итеп Ленинград блокадаһын кисереүе тураһында һөйләгәндәрен хәтерләйем. “Һуғыш – ул иң мәкерле яуызлыҡ, – ти ине атайым, – ул ғаиләләрҙе, илде емерә”.
Атайым 1912 йылда Борғатъя ауылында ҙур ғаиләлә тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында Вәлиевтар ғаиләһенән ағалы-ҡустылы өс бер туған ҡатнашҡан, улар-ҙың береһе 1942 йылда һәләк булған. Атайым һуғышҡа 1941 йылдың башында китә. Һуғыштың башынан ахырынаса үтә, яуҙарҙа ҡатнашып яралана. Бер нисә тапҡыр миҙалдар менән бүләкләнә. Еңеүҙе Көнсығыш Пруссияла ҡаршы ала.
Һуғыштан һуң атайыбыҙ ҡатыны һәм ике балаһы янына тыу-ған яғына ҡайта. 1957 йылға тиклем Әләгәҙ һәм Дыуан май заводтарында эшләй. Һуңынан инде хаҡлы ялға сыҡҡанға ҡәҙәр “Мәсәғүт” совхозында төрлө эштәрҙә хеҙмәт итә.
Бөтөн ерҙә күпләп төҙөлөш барған һәм ауыл хужалығын үҫтереү осоронда атайым туғандары менән бергә совхозда эзбиз яндыра торған мейес һалған. Улар етештергән эзбиз совхоздың хужалыҡ ихтыяждары өсөн тәғәйенләнә. Был производство процесы күп хеҙмәт талап итә: бик күп утын әҙерләйҙәр, таш һәм эзбизташ ташыйҙар, уларҙы мейескә һалып яндыралар, мейестә бер төрлө температураны тоталар. Эшкә ғаиләләренең бөтә ағзалары ла йәлеп ителә. Атайым үҙе таш ватыусы ла, утын ҡыр-ҡыусы ла, бухгалтер ҙа булды.
Беҙҙе, балаларын, ул бәләкәй-ҙән хеҙмәткә, тормоштоң ҡәҙерен белергә, ғаиләне һаҡларға өйрәтте. Беҙҙең яҡшы кешеләр булып үҫеүебеҙҙе, туғандарыбыҙ менән татыу йәшәүебеҙҙе теләне. Әсәйебеҙ Гөлфариза Ғатаулла ҡыҙы менән оҙаҡ йылдар бер-береһен яратып, татыу йәшәнеләр, дүрт бала үҫтерҙеләр.
Пенсияға сыҡҡас, ул фронт ерҙәре буйлап йөрөнө, Ленинградта булды. Марий Элдан полк-ташы Шафиҡ Кәлимуллин (һүрәттә һулда) менән оҙаҡ йылдар яҡшы бәйләнеш тоттолар. Бер-береһендә ҡунаҡта булдылар. Атайым 1985 йылда вафат булды. Ошо уҡ йылда уға Ватан һуғышы ордены тапшырылды (нисәнсе дәрәжә икәнен хәтерләмәйем).
Атайыбыҙ һәр ваҡыт иҫебеҙҙә, уның менән ғорурланабыҙ һәм фашизмды еңеүгә өлөш индергән өсөн хөрмәт итәбеҙ”.