Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Иҫәп алыусылар өйҙәр буйлап йөрөй башланы

Тарихта беренсе тапҡыр һанлы форматта иҫәп алыу старт алды. Ҡағыҙ анкета урынына иҫәп алыусылар бөгөн махсус планшет ярҙамында электрон мәғлүмәт йыя.

Иҫәп алыусылар өйҙәр буйлап йөрөй башланы
Иҫәп алыусылар өйҙәр буйлап йөрөй башланы

Мәсетле районында 15 октябрҙән 17-һенә тиклем был эшкә һөнәри оҫталыҡҡа уҡыған һәм тест үткән 41 иҫәп алыусы һәм ете контролер иҫәп алыу менән шөғөлләнә.
Мәғлүмәт йыйыу өсөн иҫәп алыусылар кеше йәшәгән йәиһә йәшәүҙәре ихтимал булған 10236 өй буйынса йөрөйәсәк. Улар йорттар буйлап йәшәүселәр һаны хаҡында мәғлүмәт ала.
Анкетаны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында үҙ аллы тултырырға мөмкин, әммә ҡайһы берәүҙәрҙең бындай мөмкинселеге юҡ, шуға ла иҫәп алыусының килгәнен көтөргә ҡала. Шулай уҡ Йонос, Ләмәҙтамаҡ, Оло Аҡа, Кесе Ыҡтамаҡ, Әләгәҙ, Оло Ыҡтамаҡ ауылдарында ауыл советтары биналарында, Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда урынлашҡан иҫәп алыу участкаларында иҫәп алыуҙа ҡатнашырға мөмкин.
Әгәр ҙә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша мәғлүмәт бирһәгеҙ, анкета тултырғандан һуң яуап итеп килгән QR-кодты һаҡлағыҙ. Был һанлы кодты иҫәп алып йөрөүсе белгескә тапшырырға йәиһә атарға кәрәк.
– Иҫәп алыусының эше еңелдән түгел, – тип һөйләй Оло Аҡа һәм Степной ауылдарында иҫәп алыусы Гөлнара Сәғҙәтова. – Иҫәп алыу буйынса инструкция, документтар тултырыу һәм халыҡтан белешмә йыйған ваҡытта планшетты ҡулланыу эшен яҡшы белергә кәрәк.
Гөлнара Ғәлиәхмәт ҡыҙы бындай сарала беренсе тапҡыр ҡатнаша. Уға үҙенең участкаһында – Оло Аҡа ауылының Гагарин урамында, Тыныслыҡ һәм Совет урамдарының бер өлөшөндә, шулай уҡ Степной ауылында – 259 өйгә инеп белешмә алыу бурысы йөкмәтелгән. “Үҙ ауылыңда эшләү еңелерәк, – ти ул, – сөнки һине барыһы ла белә һәм башҡарған эшкә аңлап ҡарай. Степной ауылында ла халыҡ иҫәбен алыу буйынса мәғлүмәт йыйыу эше көйлө барасағына ышанам”.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 14 ноябргә тиклем дауам итә. Иҫәп алыусы бер ваҡытта ла документ талап итмәй, ә үҙе танытмаһын күрһәтергә тейеш. Белгесте мутлашыусынан тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап айырырға мөмкин. Иҫәп алыусы зәңгәр шарф, жилет, “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2020” символикаһы яҙылған сумка, таныҡлыҡ менән тәьмин ителгән.
– Миңә һәр ҡатнашыусыға яҡынса 33 һорау бирергә кәрәк, – тип дауам итә Гөлнара Сәғҙәтова. – Район территорияһында даими йәшәгәндәр өсөн – енес, йәш, аралашыу теле, мәшғүллек һәм шәхескә ҡарата башҡа һорауҙар менән бер рәттән торлаҡ йорт мәғлүмәте: төҙөлөү йылы, стена материалы, майҙаны, бүлмәләр һаны.
Әңгәмәләшеү яҡынса 10-15 минут самаһы ваҡытты ала, тәҡдим ителгән эш көнө тамамланыу ваҡыты – 21 сәғәт. Әммә Гөлнара Ғәлиәхмәт ҡыҙы йөкмәтелгән эште көн яҡтыһында башҡарырға өлгөрә, сөнки күптәре хаҡлы ялда булғанлыҡтан, уларҙы өйҙә тап килтерергә була.
– Халыҡ иҫәбен алыу – бик мөһим акция, – ти иҫәп алыусы. – Пенсионерҙар, эшләп йөрөгөн халыҡ, балалар иҫәбен теүәл белеп, дәүләт үҫеш программаһы буйынса дөрөҫ ҡарар ҡабул итә һәм үҙгәрештәр индерә.
Иҫәп алыу һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәт социаль программа, бюджет аҡсаһын бүлеү, дәүләт ярҙамы, мәктәп, дауахана, торлаҡ һәм юл төҙөүҙе планлаштырғанда ҡулланыласаҡ.
Яҡынса йомғаҡтар 2022 йылдың апрель айында билдәле була, ә тулыһынса – шул уҡ йылдың дүртенсе кварталында.

Әйткәндәй,
Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәгенең тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса, күп рәсәйлеләр (74%) илдә барған иҫәп алыу акцияһы хаҡында белә, 41проценты – яҡшы белә, 33 проценты – ишетеп ҡалған.
Һорау алыуҙа ҡатнашҡандарҙың 85 проценты был сарала ҡатнашырға планлаштыра, шул уҡ ваҡытта 43% бындай ҡарар ҡабул иткән. Шуларҙың 43 проценты иҫәп алыусыларҙы өйҙә көтһә, 41 проценты мәғлүмәтте онлайн тапшыра, ә 9% иҫәп алыу участкаһына барырға йыйына. Рәсәйлеләрҙең 8 проценты был сарала ҡатнашырға йыйынмағанлығын белдерҙе.
Күпселек граждандар (89%) халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү кәрәк тигән фекерен белдерһә, 7 проценты кәрәкһеҙ эш тип тапты.
Бынан тыш, күпселек рәсәйлеләрҙе (81%) иҫәп алыу сараһының һөҙөмтәһе ҡыҙыҡһындыра.

Иҫәп алыусылар өйҙәр буйлап йөрөй башланы
Иҫәп алыусылар өйҙәр буйлап йөрөй башланы
Автор:Лариса РИЗВАНОВА