Иҫәп алыусылар беренсе сиратта Тыва Республикаһы (Бай-Тайғын районы), Томск өлкәһе (Александровский, Кривошеинский һәм Тегульдет райондары) һәм Ямал-Ненецк автономиялы округында (Шурышкар районы) эш башланы. 1 октябрҙә халыҡ иҫәбен алыусылар шул йүнәлеш буйынса китте.
Алтай Республикаһының төпкөл ауылдарында халыҡ иҫәбен алыу киләһе йылдың июнь айында үтәсәк.
2020 йылдың 1 октябренән 2021 йылдың 30 июненә тиклем Алыҫ Төньяҡтағы, Себерҙәге, Алыҫ Көнсығыштағы илдең 26 төбәгендә яҡынса 2600 торама пунктта халыҡ иҫәбен алыу планлаштырыла. Тап шунда, экстремаль хәлгә яҡын шарттарҙа, халыҡ иҫәбен алыуҙа яңы һанлы технологияларға нигеҙләнгән яңы алымдар – электрон планшетҡа мәғлүмәт йыйыу ҡулланыла.
“Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу: һанлы дәүерҙең саҡырыуы һәм мөмкинселектәре” матбуғат конференцияһы барышында Рәсәй статистикаһы вәкилдәре халыҡ иҫәбен алыу-ҙа яңы һанлы формат ҡулланыу өҫтөнлөктәре һәм үҙенсәлектәре, шулай уҡ статистика алдында хәҙерге заман технологиялары мөмкинселектәрен асыу тураһында һөйләне.
Рәсәй Федерацияһында халыҡ иҫәбен алыуҙы иң тәүҙә 2020 йылдың октябрь айында үткәреү планлаштырылған ине, әммә коронавирус пандемияһы таралғанлыҡтан, хөкүмәт уны икенсе ваҡытҡа күсерергә ҡарар итте. Илдә халыҡ иҫәбен алыуҙың төп этабы 2021 йылдың 1 апреленән 30-ына тиклем үтә. Был осорҙа беҙҙең районда ла халыҡ иҫәбен алыу үткәрелә. Иҫәп алыу-ҙың яңы мөмкинселектәре – һанлы технологияларҙы ҡулланыу һәм Рәсәй халҡына дәүләт хеҙмәттәре порталында электрон иҫәп ҡағыҙын үҙ аллы тултырыу. Иҫәп алыусылар торлаҡ биналарҙа халыҡ иҫәбен алған саҡта махсус программалар менән тәьмин ителгән планшет ҡулланасаҡ.
Лия Ханова,
2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға
әҙерлек мәсьәләләре буйынса уполномоченный.