2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһына әҙерлек барышы тураһында халыҡ иҫәбен алыу мәсьәләләре буйынса уполномоченный Лия Ханова һөйләне: “Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек эше барышында Мәсетле районында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙе ойоштороу планы төҙөлдө.
Һәр иҫәп алыусыға, уртаса билдәләнгән йөкләмә нормаларына ярашлы, 550 кеше тура килә, шунан сығып район 41 иҫәп теркәү участкаһына бүленде. Ете теркәү участкаһы алты иҫәп алыу участкаһын берләштерә. Торлаҡ биналарҙан тыш халыҡтан һорау алыу өсөн стационар участкалар булдырылды. Бер теркәү участкаһына бер стационар участка ҡаралған.
Теркәү участкалары Оло Аҡа, Кесе Ыҡтамаҡ, Дыуан-Мәсетле, Әләгәҙ, Йонос ауылдарында һәм ике участка Оло Ыҡтамаҡ ауылында ойошторола. Улар барыһы ла ауыл хакимиәттәре бинаһында урынлашасаҡ.
2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу эшенә махсус кешеләр – ялан кимәлендәге контролерҙар, иҫәп һәм стационар участка теркәүселәре йәлеп ителгән.
Беҙҙең районда халыҡ иҫәбен алыу өсөн 41 иҫәп участкаһы теркәүсеһе, ете ялан кимәлендәге контролер, ете стационар участка теркәүсеһе йәлеп итергә кәрәк. Бынан тыш, иҫәп персоналын алмаштырыу өсөн оператив резерв (15%) булдырыу мөһим: бер ялан кимәлендәге контролер, ете теркәүсе кәрәк. Бөтәһе 55 кеше йәлеп ителә, резервты иҫәпкә алғанда – 63 кеше. Әлеге ваҡытта төп һәм резерв персонал һайлап алынған”.
Шулай уҡ комиссия ултырышында ауыл биләмәһе башлыҡтары үҙ фекерҙәрен еткерҙе. Улар ауылдарҙың адрес хужалығының эштәре торошо тураһында һәм халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек сиктәрендә үткәрелгән саралар хаҡында һөйләне.