Бөтә яңылыҡтар

Булышлыҡ күрһәтеү зарур

Башҡортостан Республикаһы буйынса дәүләт статистикаһының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы подразделениеһы 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерләнеүҙең мөһим этабына – ауыл- дарҙағы өйҙәр исемлектәрен төҙөүгә тотондо.

Был эш ошо йылдың август-сентябрендә махсус һайланған һәм өйрәтелгән ваҡытлы иҫәп алыу хеҙмәткәрҙәре-регистраторҙар тарафынан бойомға ашырыласаҡ.

Мәсетле районы территорияһында 14 регистратор эшкә тотонасаҡ. Улар урамдарҙы йөрөп сығасаҡ һәм йорттар, уларҙа йәшәгән кешеләр һанын, әҙерләнгән картографик материалдың ысынбарлыҡтағы территорияла өйҙәрҙең булыуына тап килешен аныҡлаясаҡ. Унан тыш, регистраторҙар йорттарҙа номерҙарҙың һәм аншлагтарҙың булыуын тикшерәсәк. Шәхси өйҙәрҙә йәшәүселәр һаны унда йәшәгәндәр һүҙҙәренә ҡарап аныҡланасаҡ.

Һәр регистраторҙың үҙе менән махсус һаҡлау саралары менән йыһазландырылған һәм ғәмәлдә булыу срогы сикләнгән таныҡлығы булырға тейеш. Ул паспорт менән бергә генә ғәмәлдә була.

Бөтә эш моменттары ла муниципаль район территорияһында төҙөлгән комиссияның ҡаты контроленә алынған. Район халҡы, урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре, полиция, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр, почта ойошмалары регистратор- ҙарға булышлыҡ күрһәтергә һәм ойоштороу планын – район территорияһында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы уңышлы уҙғарыу нигеҙен төҙөүгә база булып хеҙмәт итәсәк кәрәкле мәғлүмәттәрҙе бирергә тейеш.

Л. ХАНОВА,

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2020

мәсьәләләре буйынса уполномоченный.