Белгестәр фаразлауынса, Үҙәк һәм Волга буйы федераль округтарында, Уралда, Алыҫ Көнсығыштың көньяғында һәм Себерҙә һыу кимәле норманан юғарыраҡ булыуы көтөлә.
Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, ташҡынды хәүефһеҙ үткәреү күп факторҙарға, атап әйткәндә, һыу һаҡлағыстарҙың һыуҙы ҡабул итеүгә әҙерлегенә, дамбаларҙың эшкә һәләтлелегенә, күперҙәрҙең һәм күпер аҫты киңлектәренең торошона бәйле.
Башҡортостан Хөкүмәтендә республика премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә яҙғы ташҡынды аварияһыҙ үткәреүгә әҙерлек мәсьәләһе ҡаралды.
– Яҙғы ташҡын осоронда гидротехник ҡоролмалар менән хәүефһеҙ файҙаланыуҙы тәьмин итеү мәсьәләһенә айырым иғтибар бирергә кәрәк. Беҙҙә 524 ошондай ҡоролма иҫәпләнә һәм бөтә кимәлдәге власть органдарының, был объект хужаларының эшмәкәрлеген координациялауҙы тәьмин итеү мөһим, – тип билдәләне премьер-министр.
Республика буйынса яуым-төшөм уртаса айлыҡ норманан 96 процент тәшкил итә. Ташҡындың барышы температура фонына, марттың икенсе яртыһында һәм апрелдә яуым-төшөмдөң күләменә, фаза торошона бәйле буласаҡ.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов ташҡынға ҡаршы республика һәм муниципаль комиссиялар булдырылыуын билдәләне. Республикала оператив штаб эшләй. Муниципалитеттар иҫкәртеү сараларын үткәреүҙе ойошторған. Бөгөн 21 муниципалитетта боҙ ҡарайтылған һәм 13 муниципалитетта киҫелгән. Шулай уҡ Рәсәй буйлап команда-штаб уҡыуҙары барышында Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһының идара итеү органдары менән штаб күнекмәләре үткәрелде, ташҡын осоронда йәлеп ителәсәк көстәр һәм саралар ҡаралды.
Мәсетле районы биләмәһендә яҙғы ташҡынды хә-үефһеҙ үткәреүҙе тәьмин итеү буйынса әҙерлек план режимында алып барыла.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағында ташҡынға ҡаршы тәү сираттағы сараларҙы башҡарыу өсөн авария-ҡотҡарыу һәм башҡа кисектергеһеҙ эштәрҙе үтәүгә йәлеп ителгән ойошмаларҙың әҙерлеген һәм көстәрен ҡарау 27 мартҡа тәғәйенләнгән.
Мәсетле районы хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе Ринат Кәримов әйтеүенсә, ташҡын ҙур булған осраҡта һыу баҫыу зонаһына быйыл һигеҙ ауыл, атап әйткәндә, Оло Ыҡтамаҡ, Оло Ҡыҙылбай, Абдулла, Аҙанғол, Иҫке Мишәр, Тимерәк, Әбдрәхим, Айып инә. Был ауылдарҙа 487 йорт (43-ө буш тора) һыу баҫыу хәүефе булған территорияларҙа урынлашҡан, уларҙа 1083 кеше, шул иҫәптән 246 бала йәшәй (2025 йылғы мәғлүмәт).
Ташҡынды хәүефһеҙ үткәреү маҡсатында район хакимиәте ҡарар ҡабул итте, яҙғы ташҡынды хәүефһеҙ үткәреүгә әҙерлек һәм уны үткәреү планын раҫланы. Был планды үтәү өсөн ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары норматив-хоҡуҡи акттар ҡабул итте, шулай уҡ юл ситтәрен, күпер тороҡтарын һәм башҡа һыу үткәреү ҡоролмаларын ҡарҙан, боҙҙан һәм сит әйберҙәрҙән таҙартыу буйынса саралар, һыу баҫыу янаған ауылдар буйынса мәғлүмәт йыйыу планлаштырылған. Һыу баҫҡан зоналарҙа ихаталар буйлап тикшереү ойоштороласаҡ, иҫкәрмәләр һәм листовкалар биреләсәк. Һыу объекттарында балалар хәүеф-һеҙлеге мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүленәсәк.
Ғәҙәттән тыш хәл осрағында 112 номерына шылтыратығыҙ.