Бөтә иғтибар – балаларға
Балаларығыҙ менән пляжға килһәгеҙ, уларҙы бер ҡасан да ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Һыуҙағы бәхетһеҙ осраҡ бер нисә минут эсендә булыуы ихтимал. Статистика буйынса, иң йыш хәүефкә биш йәштән ун ике йәшкә тиклемге балалар дусар була: улар әүҙем уйнай, һикерә, һыуға сумып ярыша. Сәфәр алдынан мотлаҡ бала менән һөйләшегеҙ, пляждағы тәртип ҡағиҙәләрен аңлатығыҙ, һыуҙа шаярыу һәм шаяртып бер-береңде батырыу хәүефле икәнен һөйләгеҙ.
Һыу ингән балағыҙ күҙ алдығыҙҙа булһа ла, уның тәртибен күҙәтегеҙ. Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, батып барған кеше бер ҡасан да ҡысҡырып ярҙам һорамай, ҡурҡышынан тиҙерәк тын алырға һәм һыуға батмаҫҡа тырыша. Һыуҙағы кешенең бер батып, бер ҡалҡыуын күрһәгеҙ, хәүефләнегеҙ. Өҫкә ҡалҡҡан мәлдә ул һауаны сығарып, кире тын алып ҡына өлгөрә һәм тағы сумып юҡ була. Шулай уҡ батып барған кеше ҡулын болғамай, ә уларҙы ике яҡҡа ташлап, һыуҙан этенергә тырыша. Ғәҙәттә, һыуҙа уйнаған мәлдә, кеше еүеш сәсен артҡа һыпыра, ә батып барыусы быға иғтибар итмәй, сөнки уның бөтә тәне һыу өҫтөндә ҡалыу өсөн эшләй. Быға уның күп тигәндә 20 – 60 секунд ҡына ваҡыты була.
Шуны иҫтә тотоғоҙ: һыу буйында сит балалар булмай. Әгәр эргәгеҙҙәге ата-әсәнең балаһына иғтибар биреп еткермәүен күрһәгеҙ, мотлаҡ уны ҡурсаларға, күҙәтергә кәрәк.
Рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һыу инегеҙ
Рәсми пляждарҙа ғына һыу инергә мөмкин булыуын, иҫкәртеү билдәләрен ҡәтғи рәүештә үтәргә кәрәклекте өлкәндәр балаларға үҙ өлгөһөндә өйрәтергә тейеш. Эҫе көндәрҙә һыу балаларҙы ылыҡтыра. Эшләгән ата-әсәләр уларҙың һәр аҙымын күҙәтә алмай. Шуға күрә иҫкәртеү әңгәмәләре үткәреү, таныш булмаған һәм хатта таныш урындарҙа ла һыу инеү ни тиклем хәүефле икәнен аңлатыу мөһим.
18 майҙа Стәрлетамаҡта 12 йәшлек малай батып үлгән. Бала дуҫтары менән Ашҡаҙар йылғаһында һыу инергә килгән. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, элек был урында һыу тәрән булмаған, әммә ер эштәре үткәрелгәндән һуң, йылғаның төбө үҙгәргән. Балалар, әлбиттә, был хаҡта белмәгән.
Өфөлә асылған ете пляжда һыу инергә ярамай
Йылғалар кимәленең үҙгәреүе һөҙөмтәһендә, Өфөлә миҙгел асылғандан һуң да ҡайһы бер пляждарҙа һыу инергә ярамай. Баш ҡалала бөтәһе 11 ял урыны әҙерләнгән. Уларҙа һәр кем ҡыҙына һәм ял итә ала, ә бына һыу инеү күл буйындағы пляждарҙа ғына рөхсәт ителә. Йылғалар әлегә хәүефле.
– Был яр һыҙаттарының һыу аҫтында ҡалыуы, пляж биләмәләренең артыҡ дымлы булыуы менән бәйле. Әлеге ваҡытта уларҙы эшкәртеү һәм төҙөкләндереү буйынса ниндәй ҙә булһа эштәр башҡарыу ҡыйын, – тип аңлатты Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы начальнигы Руслан Шәйҙуллин.
Пляждарҙы хәүефһеҙ итеү өсөн ҡотҡарыусылар, урындағы властар, ял итеү урындары хужалары ҙур эш башҡара. Йылға-күл төбөн өйрәнәләр, уны сүп-сарҙан, ағас төптәренән, үҫемлектәрҙән таҙарталар. Санитар табиптар һыу, ҡом, тупраҡ өлгөләрен тикшерә, сөнки улар гигиена нормаларына тап килергә, ял итеүселәр инфекция йоҡтороу хәүефенә дусар булмаҫҡа тейеш. Рәсми пляждарҙа ҡотҡарыу станциялары йыһазландырыла. Шуға күрә бындай урындарҙағы ял мөмкин тиклем хәүефһеҙ була.
Әйткәндәй, рәсми пляждар һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында лидер булып тора. Быйыл 63 район һәм ҡала биләмәһендә 192 пляж асыласаҡ, был былтырғыға ҡарағанда 18-гә күберәк. Дөйөм алғанда, һуңғы биш йылда төбәктә бындай биләмәләр һаны ике тап-ҡырға артҡан һәм был сик түгел. Республика властары Башҡортостандың барлыҡ ауыл-ҡалаларында йыһазландырылған, хәүефһеҙ ял итеү урындары асыу бурысын ҡуя.
Ял иҫерткес эсемлекһеҙ булһын
Йыш ҡына кешеләр тәбиғәттә ял итеүҙе табын һәм алкоголь менән берләштерә. Ә бит пляж иҫерткес эсемлектәр эсеү өсөн һис тә ҡулай урын түгел. Эскән кеше ысын хәүефте аңлап етмәй. Ул үҙен көслө, диңгеҙ аша йөҙөп сығырға һәләтле кеүек тоя, әммә ысынбарлыҡта был “батырлыҡ” фажиғәгә әйләнеүе ихтимал. Иҫерек кешенең хәрәкәт координацияһы боҙолоп ҡына ҡалмай, тән температураһы ла тотороҡһоҙлана. Алкоголь ҡабул иткәндән һуң ҡан тамырҙары киңәйә, ә һыуға ингәндә ҡапыл тарая, ошоға бәйле баҫым “һикерә”. Шулай итеп инфаркт һәм инсульт хәүефе арта.
МӨҺИМ!
Пляжда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре
Махсус тәғәйенләнгән урындарҙа ғына һыу инегеҙ.
Таныш булмаған урындарҙа һыу инмәгеҙ, һыу ятҡылығының тәрәнлеген белеүегеҙгә инанығыҙ.
Билдәләнгән сиктән алыҫҡа йөҙмәгеҙ һәм көслө ағым булған урындарҙа һыу инмәгеҙ.
Яңғыҙ һыу инмәгеҙ, һәр ваҡыт кем менәндер булығыҙ.
Бейек урындарҙан һыуға һикермәгеҙ, сөнки был йәрәхәтләнеүгә килтереүе ихтимал.
Балаларҙы күҙәтегеҙ, уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Иҫерткес эсемлектәр ҡулланмағыҙ, был бәхетһеҙ осраҡтарға килтереүе бар.
Иҫкәртеү билдәләренә иғтибарлы булығыҙ.
БЕЛЕП ҠУЙЫУ ФАЙҘАЛЫ
Һыуға бата башлаһаң, нимә эшләргә?
Сәбәләнмәгеҙ. Арҡаға ятып, ауыҙығыҙҙағы һыуҙы төкөрөгөҙ һәм тәрән итеп тын алығыҙ, тынысланығыҙ. Хәҙер әкрен генә ярға табан йөҙөргә йәки ярҙамға саҡырырға мөмкин.
Кейемегеҙ аҫҡа тартһа, сисергә тырышығыҙ. Әгәр ҡамасауламаһа, теймәгеҙ, сөнки кейем тәнде өшөүҙән, һыуыныуҙан һаҡлай.
Ярға йәки нимәгәлер – ташҡа, һыуҙан сығып торған бүрәнәгә, ағасҡа – тотонорға мөмкин булған урынға табан йөҙөргә тырышығыҙ.
Әгәр ағым түбәнгә алып китһә, ҡаршылыҡ күрһәтмәгеҙ, көсөгөҙҙө сарыф итмәгеҙ. Иң мөһиме – һыу өҫтөндә ҡалыу һәм нимәгәлер тотонорға йәки һай урынға сығырға уңайлы мәл көтөү.
Әгәр ныҡ алыҫҡа йөҙөп, кире ҡайтып етә алмауығыҙҙан ҡурҡ-һағыҙ, һыу өҫтөндә ял итегеҙ: арҡағыҙға ятығыҙ, аяҡтарығыҙҙы һәм ҡулдарығыҙҙы һуҙығыҙ, тынысланығыҙ һәм ике-өс минут ял итегеҙ.
Материалдарҙы «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто» акционерҙар йәмғиәте редакцияһы әҙерләне.