Газ приборҙары күптән инде күп кешеләрҙең көнкүрешенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Улар йәшәүҙе уңайлыраҡ һәм экономиялыраҡ итә, аҙыҡ әҙерләү, йылытыу һәм һыу йылытыу өсөн файҙаланыла.
Билдәле булыуынса, газ электр энергияһына ҡарағанда күпкә отошлораҡ, шуға ла был көнкүрештә иң уңайлы ресурстарҙың береһе. Әммә өҫтөнлөктәргә ҡарамаҫтан, ул айырыуса иғтибар һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүҙе талап итә. Ҡорамалдар менән дөрөҫ эш итмәү газ еҫе сығыуға, янғынға, һөрөм еҫе менән ағыуланыуға килтереүе ихтимал.
Был материалда беҙ газ приборҙары менән мөмкин тиклем хәүефһеҙ һәм һөҙөмтәле ҡулланыу алымдарын бәйән итәсәкбеҙ. Һеҙ ҡайһы осраҡта нимә эшләргә ярамағанын, ашығыс хәлдәрҙә нисек эш итергә кәрәклеген һәм йортоғоҙҙо потенциаль хәүефтән һаҡларға ниндәй ҡоролмалар ярҙам итәсәген белерһегеҙ.
Ниндәй шарттарҙа нимә эшләргә ярамай.
Иң мөһиме – эшләгән газ ҡорамалын бер ҡасан да ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Хатта бер нисә минутҡа ғына китһәгеҙ ҙә, күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Был күберәк газ плитаһына ҡағыла, сөнки аш-һыу әҙерләгәндә ҡайһы ваҡыт ҡайнаған һыу горелкаға түгелә һәм газ аш-һыу бүлмәһенә тарала, ә уның эҙемтәләре бик хәүефле, сөнки бинаға газ тулыуы, хатта шартлауы ихтимал. Автоматик идара итеү һәм көйләү ҡоролмалары менән йыһазландырылған газ ағымы менән һыу йылытҡыстарын, йылытыу газ ҡаҙандарын, улар төҙөк һәм оҙаҡ ваҡытҡа төҙөк булһа, эшләтеп ҡалдырырға мөмкин. Һеҙ өйҙә булмағанда барыһы ла булыуы ихтимал, мәҫәлән, электр энергияһы, тартыу көсө булмай горелка һүнеүе мөмкин, был иһә газ приборының эшләүен туҡтатыуға килтерәсәк.
Шулай уҡ төтөн каналдарында, төтөн сығарғыстарҙа йәиһә төтөн бүлгестәрҙә бик ҡуйыу тыйыла. Был тартыуҙы боҙа, бинала һөрөм еҫе йыйылыуға килтерә.
Газ приборҙарының конструкцияһын үҙгәртмәгеҙ һәм ремонт эшләмәгеҙ – ҡорамалдарҙы үҙ аллы күсереү, үҙгәртеп ҡороу уны хәүефле итә.
Көнкүреш газ приборынан төтөн бүлгесте елләтеү каналына тоташтырырға ярамай, сөнки ул һауа әйләнешен боҙа һәм ағыуланыу хәүефен тыуҙыра.
Ошо уҡ бинала газ ағымы менән һыу йылытҡыс һәм асыҡ яныу камераһы булған йылытыу газ ҡаҙаны урынлашҡан осраҡта газ плитаһы өҫтөнә электр һурҙырыу зонтын ҡуйыу һәм файҙаланыу тыйыла, сөнки был яныу продукттары ҡалдыҡтарын сығарыу системаһын боҙа һәм һөрөм газы менән ағыуланыу хәүефе тыуҙыра.
Һәм, әлбиттә, төҙөк булмағанда, тартыу көсө булмағанда йәиһә газ сыҡҡанда газ приборҙарын файҙаланмағыҙ.
ГАЗ ЕҪЕ СЫҠҠАНДА НИМӘ ЭШЛӘРГӘ?
Әгәр һеҙ бинала көнкүреш газы еҫен һиҙһәгеҙ йәиһә газ плитаһында камфорка янмауын күреп ҡалһағыҙ, кисекмәҫтән тәүҙә плита йәиһә колонканы һүндерегеҙ һәм газ биреү кранын ябығыҙ. Артабан елләтеү өсөн бөтә тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе асығыҙ.
Электр приборҙарын тоҡандырмағыҙ һәм һүндермәгеҙ – хатта бәләкәй генә осҡон да шартлауға сәбәпсе булыуы ихтимал. Кешеләрҙе һәм хайуандарҙы бинанан сығарығыҙ, күршеләрегеҙҙе газ сығыуы хаҡында иҫкәртегеҙ.
04, 104 йәки 112 телефондары буйынса авария хеҙмәтенә шылтыратығыҙ. Елләткәндән һуң газ еҫе юғалһа ла, тикшереү өсөн белгестәр саҡырығыҙ.
Һөрөм менән ағыуланыу: нисек билдәләргә һәм ярҙам итергә
Һөрөмдөң еҫе юҡ, был уны айырыуса хәүефле итә. Ағыуланғанда баш ауыртыуы, баш әйләнеүе, хәлһеҙлек, уҡшыу, тын ҡыҫылыу, ҡолаҡта шаулау, йөрәк тибеше йышайыу, күҙ алдында ҡара нөктәләр барлыҡҡа килеүе, ауыр осраҡтарҙа тартышыу, аңды юғалтыу, комаға китеү ихтимал.
Бындай осраҡта, шунда уҡ зыян күреүсене саф һауаға сығарығыҙ, тын алыуҙы еңеләйтеү өсөн кейемдәрен ысҡындырығыҙ. Аңын юғалтҡан кешене ҡабырғаһына ятҡырығыҙ һәм 103 йәки 112 номеры буйынса ашығыс ярҙам саҡырығыҙ.
Бинала һөрөм еҫе сығыу сәбәптәрен асыҡлау һәм бөтөрөү өсөн белгестәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бының өсөн 04, 104 йәки 112 телефондары буйынса авария хеҙмәтенә шылтыратырға.
Хеҙмәтләндереүҙе фәҡәт профессионалдарға ғына ышанып тапшырығыҙ
Газ ҡорамалы ябай ғына кеүек күренергә мөмкин, әммә был – тәү ҡарашҡа шулай. Һәр ватылыу йәиһә дөрөҫ ҡуйылмаған ҡулайлама фажиғәгә килтерә. Профессиональ булмаған ремонт арҡаһында газ сығыуы тойолмай, ә ҡорамалдарҙың дөрөҫ ҡуйылмауы йәиһә көйләнмәүе уның эшен боҙа һәм авариялар хәүефен арттыра.
Әгәр етешһеҙлектәр асыҡлаһағыҙ, техник хеҙмәтләндереүгә килешеү төҙөлгән ойошмаға мөрәжәғәт итегеҙ. Уның менән килешеүҙә күрһәтелгән телефон йәиһә электрон почта, шулай уҡ компанияның клиент офисы аша бәйләнешкә сығырға мөмкин.
Йыл һайын газ ҡорамалына техник хеҙмәтләндереү үткәрергә кәрәк. Башҡортостанда йәшәүселәр хеҙмәтләндереү графигын http://www.bashgaz.ru “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәте сайтында аныҡлай ала.
Һаҡ булығыҙ: мутлашыусылар!
Ҡайһы бер шәхси ойошмалар ҙур аҡсаға крандарҙы һәм шлангтарҙы алмаштырыу кеүек кәрәкмәгән хеҙмәттәр тәҡдим итә. Алданмаҫ өсөн, һәр ваҡыт белгестән таныҡлыҡ һорағыҙ һәм уның махсус кейеменә иғтибар итегеҙ. Әгәр шикләнһәгеҙ, тикшереү өсөн 04 йәиһә 104 номерына шылтыратығыҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡануниәттең үҙгәреүенә бәйле шәхси йортта, шулай уҡ күп фатирлы йорттағы фатир эсендәге газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау тик бер махсус ойошма – газ бүлеү ойошмаһы ғына башҡарыу хоҡуғына эйә.
Газ анализаторы – һеҙҙең хәүефһеҙлек
Газ анализаторы (газ кимәлен контролдә тотоу өсөн махсус ҡулайлама) – бик күп белгестәр фекеренсә, һәр йортта булырға тейеш. Ул һауала метан һәм һөрөм газы кимәлен күҙәтә. Норманан ашҡан осраҡта прибор тауыш һәм яҡтылыҡ сигналдарын, шулай уҡ газды автоматик рәүештә ҡаплау өсөн газ клапанына сигнал бирә.
Газ анализаторы һайлағанда ябыла торған клапанға иғтибар итегеҙ һәм комплектта ҡоролманың паспорты менән сертификаты булыуына инанығыҙ. Ҡыҙыл датчиктары булған моделдәрҙе һайлағыҙ – улар аныҡ һәм оҙайлы ваҡыт эшләй. Газ анализаторын газ ҡорамалын хеҙмәтләндереүгә килешеү төҙөлгән ойошма белгестәре генә ҡуйырға тейеш.
Газ – бик уңайлы һәм аҙ сығымлы ресурс, әммә ул яуаплы ҡарашты талап итә. Хәүеф-һеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, ҡорамалдарҙы үҙ аллы ремонтларға тырышмағыҙ һәм мотлаҡ газ анализаторы ҡуйығыҙ.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Захар ЯКОВЛЕВ.
Фото: Роман Шумнов