Башҡортостан табиптарының 70 процентлы уксус эскән йәш ярымлыҡ баланы үлемдән ҡотҡарып ҡалыуы үҙе мөғжизә! Республика балалар клиник дауаханаһының 1-се хирургия бүлексәһе мөдире, штаттан тыш баш балалар белгесе Булат Әсфәндиәров баланы ҡотҡарыу ваҡиғаһы тураһында һөйләне.
Бәхетһеҙлек осрағы Мишкә районында була. Ғаилә байрамы ваҡытында йәш ярымлыҡ сабый өлкән балалар ҡарамағында ҡала. Балаларҙы бер үҙе тәрбиәләп үҫтергән әсә был мәлдә башҡа мәшәҡәттәр менән мәж килә. Малай кухняла уксуслы шешәне табып ала ла асып эсә, бите, ауыҙ ҡыуышлығы, тамағы, ашҡаҙан юлы етди химик бешеү ала.
Баланы район дауаханаһына килтерәләр, был саҡта сабый бик ауыр хәлдә була. Табиптар шунда уҡ баланы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтыралар. Ошо уҡ аппратта уны Өфөгә килтерәләр.
Санавиация был юлы ла үҙен аҡланы. Республика балалар клиник дауаханаһы табиптары заманса дауалау ысулдары ярҙамында сабыйҙың ғүмере өсөн көрәш башлай. Тәүге сәғәттәрҙә уны ауыр хәлдән сығарыу бурысы тора. Ағзалары бешеүҙән тыш, малай тулыһынса тын ала алмай, ныҡ ауыртына, икенсе-өсөнсө тәүлектә инфекциялы процесс башлана. Шунда уҡ комплекслы терапия башлау ихтыяжы тыуа.
Кескәй пациентҡа ҡыҙыл үңәсте уңалдырыу терапияһы билдәләйҙәр. Баланың хәл-торошон иғтибар менән анализлағандан һуң ғына артабанғы дауалау тактикаһы билдәләнә. Бик етди эҙемтәләр күренә башлай. Химик бешеү һөҙөмтәһендә ҡыҙыл үңәс тарая башлай, шуға күрә табиптарға бала ашай алһын өсөн ФГС контроле аҫтында уны һуҙып киңәйтергә тура килә.
Бала бер аҙна буйы ауыр хәлдә була, аҙаҡ хәле яҡшырыуы һиҙелә. Үҙаллы ашай башлағас, табиптар еңел һулай – иң ҡурҡынысы артта ҡалды!
Хирургтың әйтеүенсә, тәүге ярҙамды күрһәткән район табиптары барыһын да дөрөҫ эшләгән, ”беҙ улар менән шунда уҡ бәйләнешкә инеп, консультация биреп торҙоҡ. Квалификациялы ярҙам булмағанда бала һәләк булыр ине”, ти ул.
Республикала санавиацияның оператив эшләүен дә юғары баһаларға кәрәк. Уның ҡатнашлығынан тыш, был осраҡта баланың ғүмерен һаҡлап ҡалыу мөмкин дә булмаҫ ине. Әле бала табиптар күҙәтеүе аҫтында, дауаланыуын дауам итә.
Ата-әсәләрҙе тағы бер ҡат иҫкәртәбеҙ, уксус һәм химик средстволарҙы балаларҙан алыҫ урында һаҡлағыҙ. Кескәйҙәр донъяны танып-белеү осоронда бөтә нимәне тәмләп, тотоп ҡарарға әүәҫ. Әгәр ҙә бындай көтөлмәгән бәләгә тарығанһығыҙ икән, ашығырға, тиҙ ярҙам күрһәтергә кәрәк.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.