Белорет районының Иҙел ауылында йәшәгән күп балалы ғаиләнең йорто янған.
“Төнгө сәғәт берҙә мин мейесткә утын яҡтым. Ҡатыным һәм ике, 10 һәм 16 йәшлек балаларым, менән йоҡларға яттыҡ. Иртәнге сәғәт 6-ла ҡатыным менән шарт иткән тауышҡа уяндыҡ. Верандала түшәм яна ине. Мин утты һүндерә башланым, әммә тәнемде бешерҙем. Беҙ балаларҙы алып, урамға йүгереп сыҡтыҡ”, – тип һөйләй йорт хужаһы Алик Атауллин.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе белдереүенсә, оҙайлы эҫе температура тәьҫире арҡаһында ут сыҡҡан. Мейестең мөрйәһенән түшәм һәм ҡыйыҡ янып киткән.
Янғын һүндереүселәр килгәндә йортто ут ялмап алған, ҡыйығы емерелеп төшкән була.
100 квадрат метрҙан ашыу майҙанда янғын һүндерелә, уттың хужалыҡ биналарына таралыуға юл ҡуйылмай.
Мәғлүм булыуынса, Дилә Ғаяз ҡыҙы менән Алик Хәсән улы Атауллиндар өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Өлкән улдары - 10-сы класта, уртансы улдары 5-се класта уҡый, кинйәләренә ике йәш тә ун ай. Дилә Ғаяз ҡыҙы - балалар баҡсаһында музыкаль етәксе, Алик Хәсән улы Сермән мәктәбендә музыка уҡытыусыһы булып эшләйҙәр.
Атауллиндар ғаиләһе өлгөлөләр иҫәбендә, йәш, һәләтле. Яңы ауылда - Иҙелдә улар беренсе булып йорт һалып сыҡҡан ғаилә булған. Ҙур көс һалып төҙөгән йорттары сәғәт ярымда юҡҡа сыҡҡан.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:
– һәр бүлмәгә хәбәр итеүсе ҡорамал ҡуйырға, сөнки янғын урынды һайламай;
– мейестә ярыҡтар булыу-булмауын даими тикшереп тороғоҙ, әгәр ярыҡ тапһағыҙ, уларҙы һылап ҡуйығыҙ;
– мейес яҡшы тартһын өсөн төтөн ҡыуышын ҡоромдан таҙартығыҙ;
– яғылған мейесте бер ҡасан да ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
– мейесте көнөнә – өс-дүрт тапҡыр сәғәт ярымдан артыҡ түгел ваҡыт яғырға мөмкин, йоҡларға өс сәғәт ҡалғас, мейес яҡмағыҙ.
Автор:Рәмилә Мусина
Источник: https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2024-12-09/k-p-balaly-ail-y-al-an-4043504