▫️ Ут яҡҡан мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Бәләкәй балаларға мейесте күҙәтергә ҡушмағыҙ.
▫️ Балаларға ут тоҡандырырға ҡушмағыҙ
▫️ Тиҙ тоҡана торған шыйыҡсалар (бензин, кәрәсин һ.б.) менән мейес тоҡандырмағыҙ.
▫ Мейес алдына 50х70 сантиметр ҙурлығындағы янмай торған материалдан эшләнгән әйбер урынлаштырығыҙ.
▫️ Ул әйбергә утын һәм яғыулыҡ материалдары ҡуймағыҙ.
▫️ Мейестең ныҡлап ҡыҙыуына юл ҡуймағыҙ. Бының өсөн уны 2 сәғәттән артыҡ яғырға ярамай.
▫ Даими рәүештә мөрйәне һәм мейесте таҙартығыҙ.
▫️ Мейес яҡҡанда ишеген асыҡ ҡалдырмағыҙ.
▫️ Әгәр мейестә ярыҡтар йәки уның емерелгәнен күрһәгеҙ – йүнәтегеҙ. Әгәр үҙ көсөгөҙгә ышанмаһағыҙ, оҫта саҡырығыҙ.
▫️ Кейемегеҙҙе мейес өҫтөндә киптермәгеҙ.
▫️ Йоҡлар алдынан 2 сәғәт самаһы алдан мейес яғыуҙы туҡтатығыҙ.
📞 Әгәр янғын билдәләре күрһәгеҙ, шунда уҡ 112 һандары буйынса шылтыратығыҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан