Мәсетле тормошо
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һыуҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре

Һыу инеү һау-сәләмәт кешеләргә генә файҙалы, шуға күрә йылға буйына йыйыныр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ. Тәүге тапҡыр һыу инеү өсөн ҡояшлы, елһеҙ көндө, һауа температураһы 20 – 23 градус, һыуҙа 17 – 19 градус йылы булған ваҡытты һайлағыҙ. Һыу инеү өсөн иң яҡшы ваҡыт – иртәнге сәғәт 8 – 10 һәм киске 5 – 7 тирәһе. Ашағандан һуң сәғәт-сәғәт ярым һыу инергә ярамай.

Һыуҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре
Һыуҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре

Һыу инер алдынан ял итергә кәрәк. Ярҙан алыҫ китмәгеҙ, иҫкәртеү билдәләренән ары йөҙмәгеҙ. Махсус бүленгән һәм йыһазландырылған урындарҙа һыу инегеҙ. Таныш булмаған урындарҙа һыу инер алдынан һыу төбөн тикшерегеҙ. Һыуға һаҡ һәм яйлап инегеҙ.
Һай урындарҙа ла балалар-ҙың уйнағанын күҙәтеп тороғоҙ, сөнки уйын ваҡытында уларҙың йығылып тонсоға башлауы ихтимал.
Билдәһеҙ урында һыуға һикереү хәүефле – башығыҙ менән һыу төбөнә, ағас та-мырҙарына һәм ботаҡтарына, свайға һуғылыуығыҙ ихтимал, муйынығыҙҙы, умыртҡа һөйәген һындырыу, аңды юғалтыу, һәләк булыу хәүефе бар. Арып китһәгеҙ, иң яҡшыһы – арҡала ятып йөҙөү.
Көслө ағымға эләкһәгеҙ, уға ҡаршы йөҙөргә тырышмағыҙ, тыныс ҡына тын алып, йылға ағымы буйлап ярға табан йөҙөргә кәрәк. Онотмағыҙ: иҫерек килеш һыу инеүҙең фажиғәле эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.

Әгәр бата башлаһағыҙ
Аяҡтарығыҙҙы көҙән тартҡанда, яҡын-тирәләге кешеләрҙе ярҙамға саҡырығыҙ, тәрән итеп тын алығыҙ, тынысланығыҙ һәм йөҙтүбән һыуға ятығыҙ, ике ҡулығыҙ менән көҙән тартҡан тубығығыҙҙы тотоғоҙ һәм уны бөгөгөҙ, шунан ҡулығыҙ ярҙамында турайтығыҙ. Тынығыҙ еткәнсе быны бер нисә тапҡыр ҡабатлағыҙ. Әгәр улай ҙа үтмәһә, мускулдарығыҙҙы бармаҡтарығыҙ менән ауырттырғансы семетегеҙ. Хәлегеҙ яҡшырғас, йөҙөү стилен үҙгәртегеҙ йәиһә бер аҙ арҡағыҙға ятып ял итегеҙ, шул уҡ ваҡытта аяғы-ғыҙҙы ыуыуҙы дауам итегеҙ. Артабан яй ғына ярға табан йөҙөгөҙ.
Тонсоҡһағыҙ, паникаға бирелмәгеҙ, тулҡынға арҡағыҙ менән әйләнергә тырышығыҙ. Терһәктән бөгөлгән ҡулығыҙҙы күкрәктең аҫҡы өлөшөнә ҡыҫығыҙ һәм, ҡулығыҙ менән ярҙам итеп, бер нисә тапҡыр киҫкен итеп һулышығыҙҙы сығарығыҙ, һуңынан танауығыҙҙы һыуҙан таҙартығыҙ һәм бер нисә йотоу хәрәкәте эшләгеҙ. Тын алыу яҡшырғас, эсегеҙгә әйләнегеҙ һәм ярға йөҙөгөҙ, кәрәк икән, кешеләрҙе ярҙамға сыҡырығыҙ.

Әгәр кемдеңдер батып барғанын күрһәгеҙ
“Кеше бата!” – тип, көслө тауыш менән тирә-яҡтағылар-ҙың иғтибарын йәлеп итегеҙ һәм “Ашығыс ярҙам” бригадаһын саҡырығыҙ. Өҫ һәм аяҡ кейемен сисеп, һыуға батып барыусыға табан йөҙөгөҙ. Мөмкин тиклем ҡотҡарыу түңәрәге, резина камера йәки тын тултырылған матрасты ырғытығыҙ. Әгәр кеше һыуҙа вертикаль рәүештә йәки эсендә ятһа, уға артынан йөҙөп барығыҙ, сәсенән тотоп йәки эйәгенән ҡулығыҙ менән эләктереп, башын күтәрегеҙ, арҡаһына әйләндереп һалығыҙ. Әгәр кеше арҡаһында ята икән, башы яғынан йөҙөп барығыҙ, уға ҡулығыҙҙан йәки муйынығыҙҙан тотоп алырға бирмәгеҙ, аҫтан килеп, арҡаһы менән үҙегеҙгә бороғоҙ, еңелсә генә эйәге аҫтына һуҡҡылағыҙ. Кеше һыу төбөнә төшөп китһә, тирә-яҡты ҡарап, урынды иҫтә ҡалдырығыҙ. Артабан һыу аҫтындағы кешене эҙләй башлағыҙ, тапһағыҙ, сәсенән тотоғоҙ һәм, һыу төбөнән кинәт этәрелеп, һыу өҫтөнә ҡалҡығыҙ. Әгәр ул тын алмай икән, һыуҙа уҡ уға бер нисә тапҡыр яһалма тын алышы эшләгеҙ, бер ҡулығыҙ менән уны эйәгенән тотоп алып, ярға йөҙөгөҙ.

Беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Һыу аҫтына батҡандан һуң 4-6 минут үткәс тын алыу үҙәге фалижы башлана, ә йөрәк эшмәкәрлеге 15 минутҡа тиклем һаҡлана ала. Шуға күрә тәүге ярҙам саралары тиҙ башҡарылырға тейеш!
Шыйыҡса тын юлдарына эләккән осраҡта, зыян күреүсене эсе менән тубығығыҙға һалығыҙ; ауыҙ һәм танау ҡыуышлыҡтарын лайланан таҙартығыҙ; күкрәк ситлегенә ҡулығыҙ менән баҫып, тын юлдарына эләккән һыуҙы сығарығыҙ; унан һуң зыян күреүсенең арҡаһына һалығыҙ, тын алыуы йәки йөрәк тибеше беленмәгәндә, яһалма тын алышы йәки йөрәккә тура булмаған массаж яһағыҙ.
Төрлө кисектергеһеҙ хәлдәрҙә 112, 8 (34777) 2-14-14, 8-987-015-19-41 (Малаяҙ ауылындағы генерал А. Ф. Әхмәтханов исемендәге зональ эҙләү-ҡотҡарыу отряды) һандары буйынса шылтыратығыҙ.

Әйткәндәй, граждандарға һыуҙа үҙҙәрен тотоу ҡағиҙәләре тураһында мәғлүмәт биреү маҡсатында Оло Ыҡтамаҡ ауыл советы һыу объекттарында рейд үткәрҙе. Ауыл хакимиәте белгестәре йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инеү рөхсәт ителмәүе тураһында 11 профилактик әңгәмә үткәрҙе, 36 тематик листовка таратты.

Фото

Автор: