Бөтә яңылыҡтар

Балаларығыҙҙың йәйе матур үтһен

Йәйге осорҙа балалар әүҙем ял итә: рәхәтләнеп һыу инә, велосипедта елә. Каникул осоро күңелле генә түгел, хәүефһеҙ ҙә булһын өсөн уларҙың именлеге хаҡында хәстәрлек күрергә кәрәк.

Балаларығыҙҙың йәйе матур үтһен
Балаларығыҙҙың йәйе матур үтһен

Мәсетле ЮХХДИ-һы хеҙмәт-кәрҙәре балалар өсөн велосипедта үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрә:
- 14 йәше тулмаған бала бер ҡасан да юл буйлап йөрөргә тейеш түгел. Тротуарҙа, йәйәүлеләр йәиһә велосипед юлдарында, шулай уҡ йәйәүлеләр зоналарында ғына хәрәкәт рөхсәт ителә;
- 14 йәштән өлкән үҫмер, әгәр башҡа хәрәкәт итеү варианттары булмаһа, юлдың уң яғынан йөрөй ала;
- башҡа кешеләргә ҡамасаулағанда йәиһә хәүеф тыуҙырғанда, бала туҡтарға һәм велосипедтан төшөргә тейеш;
- велосипедта зебра буйлап юл аша сығырға ярамай. Юл аша сығыу өсөн велосипедтан төшөргә, уны этәреп алып сығырға кәрәк;
- бер ҡул менән идара итергә йәиһә бөтөнләй ҡулды ысҡындырып йөрөргә ярамай;
- маневр яһар алдынан, мәҫәлән, ҡаршылыҡтарҙы урап үткәндә, тиҙлекте кәметергә;
- кешеләрҙе, хайуандарҙы һәм башҡа хәрәкәттә ҡатнашыусылар-ҙы һаҡ урап уҙырға;
- төркөмдә бер-бер артлы, бер колоннала хәрәкәт итергә;
- туҡтап торған транспортты урап үткәндә иғтибарлы һәм һаҡ булыу мөһим, парковкалағы машинаны һул яҡтан урап уҙырға;
- кешеләр әүҙем йөрөгән зонала велосипедтан төшөргә һәм уны этәреп алып барырға кәрәк.
Шулай уҡ йәш райдерҙың кәрәк-яраҡтарына иғтибар итеү мөһим. Мотлаҡ рәүештә велосипед шлемы булырға тейеш. Ныҡ ҡолағандан һуң аксессуар яңыһына алмаштырыла (хатта шлемдың тышҡы бөтөнлөгө һаҡланған хәлдә лә). Велосипедта йөрөү өсөн кәүҙәгә килешле, ҙур булмаған уңайлы кейем һайлағыҙ. Был әйберҙең велосипед руленә йәиһә педаленә эләгеү ихтималлығын кәметә. Сағыу төҫтәге кейем һайлау яҡшыраҡ.
Бала тиҙлекте, ҡаршылыҡтарҙы баһалап, үҙен тыныс тоторға тейеш.
Ата-әсәләр, иҫтә тотоғоҙ: велосипед – хәүефһеҙ булмаған хәрәкәт итеү сараһы. Беҙҙең бурыс – балаларҙы унда хәүефһеҙ йөрөү ҡағиҙәләренә өйрәтеү.

Фото

Автор: