Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә көслө дауыл бәлә килтерҙе

Машиналар зыян күреүенән тыш, бер кеше дауанахаға ла оҙатылған...

Өфөлә көслө дауыл бәлә килтерҙе
Өфөлә көслө дауыл бәлә килтерҙе

Бөгөн республикала иртә таңдан көслө дауыл ҡотора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баш ҡалала ул эҙемтәһеҙ үтмәне. Был турала Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итә.

Мәҫәлән, ҡаланың дүрт районында ағастар ҡолаған. Һөҙөмтәлә биш автомобиль зыян күргән. Шулай уҡ Өфө үҙәгендә хәрәкәт ваҡытында светофор өҫтөндә торған юл билдәһе килеп төшөп, бер автомобилдең алғы тәҙрәһен ярған. Дауыл Оржоникизде районының Иҫке Турбаҫлы ауылы мәктәбе ҡыйығының бер өлөшөн алып ташлаған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәрәсәттән бер ҡатын зыян күргән. Уның өҫтөнә төҙөлөш объекты эргәһендәге конструкция ҡолаған. Һөҙөмтәлә ул төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Әлегә дауыл туҡтарға уйламай, шуға күрә ағастар, электр бағаналары, ҡоймалар, реклама таҡталары янында йөрөмәҫкә тырышығыҙ! Автомобилдәрегеҙҙе лә хәүефһеҙерәк урынға ҡуйығыҙ!

Фото: КП-Өфө, Ufa_rb, БашДТП.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
 
Өфөлә көслө дауыл бәлә килтерҙе
Өфөлә көслө дауыл бәлә килтерҙе
Өфөлә көслө дауыл бәлә килтерҙе
Өфөлә көслө дауыл бәлә килтерҙе
Өфөлә көслө дауыл бәлә килтерҙе
Автор: