Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
15 Ғинуар , 12:20

Мутлашыусыларға ҡаршы көрәштең иң һөҙөмтәле ысулы – улар менән бәйләнешкә инмәү

2023 йылдың ун айында телефон аферистары Башҡортостан халҡынан алдап 2,6 миллиард һум аҡса йыйып алған. Ошондай осраҡтар тураһында тәүлек һайын 25-әр хәбәр килә. Был хаҡта матбуғат конференцияһында БР буйынса эске эштәр министры урынбаҫары, эске хеҙмәт генерал-майоры Евгений Полтавец хәбәр итте.

Мутлашыусыларға ҡаршы көрәштең иң һөҙөмтәле  ысулы – улар менән бәйләнешкә инмәү
Мутлашыусыларға ҡаршы көрәштең иң һөҙөмтәле ысулы – улар менән бәйләнешкә инмәү

Евгений Алексеевич тиҙ ышанып барған граждандарға оҫтарған мутлашыусыларҙың популяр сценарийҙарын тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрҙө. Былар – “Һеҙҙең улығыҙ юл-транспорт фажиғәһендә ғәйепле, был эште ярты миллионға көйләрбеҙ” кеүек иҫке схемалар ҙа, аҡсаны инвестицияға һалып мул табыш алыу кеүек мауыҡтырғыс тәҡдимдәр ҙә һәм, йәнәһе, хәүефһеҙ иҫәптәргә күсереү ҙә.
Әйтергә кәрәк, был аҡсалар аферистарҙың кеҫәһенә ултырмай, уларға бәләкәй өлөшө генә төшә. Аҡса башлыса Украина ҡораллы көстәрен финанслауға китә. Һәм бында көнбайыш кураторҙары идара иткән, яйға һалынған система йәлеп ителгән. Илебеҙгә мутлашыу һөжүмдәре донъялағы геосәйәси хәлгә бәйле килеп сыҡты. Бурыстары – илде ҡаҡшатыу. Мутлашыуҙар Рәсәйҙең 29 йәштән 55 йәшкә тиклемге эшкә һәләтле йәштәге халҡына йүнәлтелгән. 60 процент осраҡта нәҡ улар мутлашыусылар тоҙағына эләгә, оло йәштәге пенсионерҙар йәиһә алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәр түгел. Йышыраҡ улар – медицина хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, муниципалитет, башҡа бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәре. Зыян күреүселәр араһында республиканың ҙур предприятиелары, ойошмалары һәм ведомство етәкселәре лә аҙ түгел.
Был күңелһеҙ рейтингыла 65 йәштән өлкән пенсионерҙар – 28%, студенттар 0,3% тәшкил итә, сөнки һуңғыларының аҡсаһы юҡ.
– Күптәр, аферистар – бик яҡшы психолог, шуға күрә улар кешеләрҙе шул тиклем оҫта алдай, тип уйлай. Әммә был улай түгел. Тәүге тапҡыр, миңә шундай шылтыратыуҙар булғанда, улар менән һөйләшә торғайным, сөнки уларҙың кем икәнен аңларға теләнем. Улар – психолог түгел, ә билдәләнгән алгоритм буйынса эшләүселәр. Кураторҙар уларға насар һаҡланған мәғлүмәттәр базаһынан граждандарыбыҙ тураһында алынған мәғлүмәтте бирә. Билдәһеҙ шылтыратыусы кешегә көтмәгәндә исеме, атаһы исеме менән мөрәжәғәт иткәндә, йорт адресы тураһында һәм башҡа шәхсән мәғлүмәт биргәндә, тәүге реакция – юғалып ҡалыу. Мутлашыусылар нәҡ шуға өлгәшергә тырыша ла инде. Шуға күрә билдәһеҙ кешеләр менән һөйләшмәҫкә, ә шунда уҡ телефонды һүндерергә кәңәш итәм. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: банк хеҙмәткәрҙәре лә, бер ниндәй хоҡуҡ һаҡлау структуралары ла граждандарға телефон аша шылтыратмай. Бер ҡасан да! – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Евгений Полтавец.
Эске эштәр министрлығы белгестәре бары тик халыҡты ныҡлап иҫкәрткәндә генә мутлашыусыларға ҡаршы торорға мөмкин тип иҫәпләй.
Бына бер нисә кәңәш
- Шылтыратыуҙы тулыһынса иғтибарһыҙ ҡалдырыу. Банк, тикшереү комитеты, Эске эштәр министрлығы подразделениелары исеменән шылтыратыусылар менән бер ниндәй ҙә һөйләшеүҙәр алып бармаҫҡа! Был органдар вәкилдәре телефон аша эшләмәй!
- Шылтыратҡан енәйәтсе менән аралашыуҙы ҡапыл өҙөргә ҡурҡмағыҙ! Бының өсөн һеҙгә бер ни ҙә булмаясаҡ!
- Туғандарығыҙ һәм хеҙмәттәштәрегеҙ менән бәйләнеш тотоғоҙ. Инвестиция проекты өсөн фатирығыҙҙы залогка һалырға, кредит алырға, аҡсаларҙы икенсе “янсыҡ”ҡа күсерергә, курьерға ейәнегеҙ именлеге өсөн аҡса бирергә тәҡдим иткән осраҡта, шунда уҡ яҡындарығыҙ менән бәйләнешкә инегеҙ! Улар, моғайын, һеҙҙе бәләнән ҡотҡарыр.
- Күршеләргә, дуҫтарығыҙға мутлашыусыларҙың һеҙҙән төрлө сәбәп менән аҡса һорауын, уяу эш итеүегеҙҙе һөйләгеҙ. Был ысул яҡшы тәьҫир итә!
Екатерина ӘМИРОВА.

Автор: