Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
27 Октябрь 2023, 15:00

Берәҙәк эттәрҙе аулау

2023 йылда Мәсетле районында берәҙәк эттәрҙе аулауға подрядсы билдәләнгән ине. Ул – Өфө ҡалаһының “Изгелек юлы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.

Берәҙәк эттәрҙе аулау
Берәҙәк эттәрҙе аулау

Август аҙағында район хакимиәте “Изгелек юлы” ойошмаһының иректә ҡарауһыҙ йөрөгән эттәрҙе тотоу менән шөғөлләнгән “Омега” подразделениеһы менән контракт төҙөнө.
Бөгөнгө көнгә туғыҙ эт тотолған, уларҙың етеһе – үткән ял көндәрендә. Хайуандар һанын көйләү буйынса саралар 2023 йылдың аҙағына тиклем дауам итәсәк. Ошо ваҡыт эсендә белгестәргә кәм тигәндә 60 берәҙәк хайуанды аулау планы төшөрөлгән. Ауланырға тейешле эттәр һанын халыҡтың мөрәжәғәттәренән сығып ауыл хакимиәттәре билдәләй. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, урамда ҡарауһыҙ йөрөгән эттәрҙе осратҡанда, йәшәү урыны буйынса ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Шулай уҡ йорт эттәрен тейешенсә бәйҙә тотоуығыҙҙы, эттәрҙе балаларға эйәртеп сығарып ебәрмәүегеҙҙе, үҙегеҙ өйҙә булмағанда этегеҙ сығып китмәһен өсөн сылбырҙарын көсәйтеүҙе һорайбыҙ. Урамда йөрөгән барлыҡ эттәр, хужаһы булыу-булмауға ҡарамаҫтан, заявка буйынса тотоласаҡ.

Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: