Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
4 Сентябрь 2023, 14:35

Балалар ут менән уйнаған...

Өс йәшлек ҡыҙ мунсаға ҡасҡан һәм тонсоғоп үлгән

Балалар ут менән уйнаған...
Балалар ут менән уйнаған...

Кисә кискә ҡарай Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән ауыр хәбәр еткерҙеләр. Саҡмағош районының Яңы Балтас ауылында сыҡҡан янғында өс йәшлек ҡыҙ бала янып үлгән.

“Янғындан кирбес мунса, гараж һәм ағас һарай зыян күргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мунсаны һүндергән саҡта унда 2020 йылғы ҡыҙ баланың кәүҙәһе табылды. Янғын һүндерелде”, – тинеләр ведомствола.

Әлеге ваҡытта янғындың сәбәптәре асыҡлана, урында тәфтиш-оператив төркөм, тәүтикшереүсе һәм эксперттар эшләй. Шул уҡ ваҡытта прокуратура тикшереү башлаған.

Уларҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, янғында балалар ғәйепле. Уларға өс һәм биш йәш булған.

“Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 14.30 сәғәттә ата-әсәһеҙ ҡалған балалар портатив газ яндырғыс менән уйнаған. Һөҙөмтәлә бесән янып киткән һәм ут урам ҡаралтыларына күскән. Хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм махсус хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлеген яраштырыу өсөн ваҡиға урынына Саҡмағош районы прокуроры вазифаһын башҡарыусы Виталий Уваров сыҡты”, – тиелә унда.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Автор: Альфия Мингалиева

Источник: https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2023-09-04/balalar-ut-men-n-uyna-an-3418355 

Балалар ут менән уйнаған...
Балалар ут менән уйнаған...
Балалар ут менән уйнаған...
Автор: