Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
7 Август 2023, 11:10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ел көсәйеүе хаҡында иҫкәртә

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республикала көн торошо боҙолоуы көтөлә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ел көсәйеүе хаҡында иҫкәртә
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ел көсәйеүе хаҡында иҫкәртә

«Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етергә мөмкин. Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теләү үтәргә кәңәш итә», — тип белдерәләр ведомствола.

Өйҙә булһағыҙ:

  • ишектәрҙе һәм тәҙрәләрҙе ябығыҙ;
  • асыҡ балкондарҙан нығытылмаған әйберҙәрҙе алып ташлағыҙ;
  • балаларға урамда ел ваҡытында ҡалырға рөхсәт итмәгеҙ;
  • машиналарҙы ағастарға, реклама таҡталарына һәм ҡоймаларға яҡын ҡуймағыҙ.

Әгәр урамда булһағыҙ:

  • дауылдан ер аҫты үткәүелендә, магазинда йә подъезда йәшенегеҙ;
  • реклама таҡталары, ваҡытлыса конструкциялар, ағастар, автобус туҡталыштары янында ҡалырға тырышмағыҙ;
  • электр тапшырыу линиялары аҫтында тормағыҙ һәм өҙөлгән сымдарға теймәгеҙ.

Источник: https://bash.bashinform.ru/articles/social/2023-08-07/tt-n-tysh-h-ld-r-ministrly-y-el-k-s-ye-e-ha-ynda-i-k-rt-3375083 

Автор: