Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
1 Август 2023, 09:10

Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәгеҙ

Рәсәй Эске эштәр министрлығының бүлек хеҙмәткәрҙәре шикле шылтыратыу осрағында бәйләнеште өҙөргә кәңәш итә

Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәгеҙ
Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәгеҙ

Мутлашыусылар быйыл ғына Мәсетле районы халҡын 1770857 һумға алдаған. Бындай категория енәйәттәр һаны артыу сәбәпле, районға БР буйынса Эске эштәр министрлығының Тыл тәьминәтен ойоштороу идаралығы бүлеге начальнигы, эске хеҙмәт подполковнигы Салауат Ситдиҡов килде һәм халыҡ араһында профилактик әңгәмә алып барҙы. Подполковниктың һүҙҙәренсә, өлкән йәштәге граждандар ғына түгел, йәштәр ҙә мутлашыусыларҙың тоҙағына йыш эләгә.
– Мутлашыусылар, ҡануниәттәге етешһеҙлектәр менән файҙаланып, элемтә саралары өлкәһендә заманса технологияларҙы ҡуллана. Таныш булмаған номерҙан шылтыраталар икән, телефонды алмағыҙ, һөйләшә башлаған осраҡта ла аралашыуҙы дауам итмәгеҙ, сөнки әңгәмә барышында психологик яҡтан фекерегеҙҙе ҡаҡшатыуҙары ихтимал. Ҡайһы берҙә мутлашыусылар шул тиклем оҫта эш итә, хатта финанс операцияны башҡарыр алдынан полиция хеҙмәткәрҙәренең енәйәтселәргә аҡса күсерергә ярамағанлығы тураһында иҫкәртеп тороуҙары ла туҡтатмай, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Йыш ҡына енәйәтселәр һеҙ тауар һатып алғанда, иғлан, маркетплейст майҙансыҡтары аша һеҙҙең банк картаһы тураһында конфиденциаль мәғлүмәт алыу өсөн, банк һәм кредит ойошмалары хеҙмәткәрҙәре йәиһә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, инвестиция компаниялары, брокер фирмалары етәкселәре исеменән шылтырата.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлеге начальнигы урынбаҫары Ирек Әбүбәкиров билдәләүенсә, 2022 йылда мәсетлеләр мутлашыусыларға бөтәһе 5465175 һум аҡса күсергән!
Ләйсән АБЗАНОВА.

Хөрмәтле мәсетлеләр, уяу булығыҙ! Таныш түгел номерҙан шылтыратһалар, яуап бирмәгеҙ. Әгәр инде телефонды алып, шылтыратыусы һеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрҙе һорай башлаһа, бәйләнеште шунда уҡ өҙөгөҙ. Провокацияға бирелмәгеҙ!

Автор: