Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
24 Июль 2023, 11:30

Һыу битарафлыҡты ғәфү итмәй

Йыл һайын Рәсәйҙең һыу объекттарында меңләгән кеше батып үлә. Күп йыллыҡ мәғлүмәттәр шуны күрһәтә: һыуға батҡан кешенең һәр икенсеһе – иҫерек. Иң киҫкен һәм ауыр тема – ул балаларҙың үлеме. Уларҙың һыуҙа имгәнеүҙәренең төп сәбәптәре – йөҙә белмәү һәм һыу буйында ҡарауһыҙ ҡалыу.

Һыу битарафлыҡты ғәфү итмәй
Һыу битарафлыҡты ғәфү итмәй

Һыу йөҙә белгән кеше өсөн ҡурҡыныс түгел. Яҡшы йөҙә белгән кеше һыуҙа үҙен тыныс, ышаныслы тоя, кәрәк икән, бәләгә тарыған кешегә ярҙам итә ала. Йөҙә белеү – һыуҙа иң мөһим хәүефһеҙлек гарантияларының береһе, ләкин яҡшы йөҙөүсе лә һаҡ булырға, һыу ятҡылығында үҙен тотоу ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тейеш.
Һыу инеү махсус йыһазландырылған пляждарҙа, бассейндарҙа ғына рөхсәт ителә. Походҡа сыҡҡанда һыу инеү өсөн һөҙәк, ҡомло, үҫемлектәр үҫмәгән, яры текә, көслө ағым һәм өйөрмә булмаған, тәрәнлеге 2 метрҙан ашмаған урынды һайларға кәрәк.
Билдәһеҙ урында һыуға һикереү хәүефле – баш менән ергә бәрелеү, муйын умыртҡаһын һындырыу, аң юғалтыу, һәләк булыу ихтималлығы юғары. Шулай уҡ күпер, һал, пристань һәм башҡа ҡоролмаларҙан һикереү хәүефле – һыу аҫтында свай, рельс, ҙур таш, арматура һәм башҡа предметтар булыуы бар.
Һыу ингәндә сәсәп китһәгеҙ, тын юлына киткән һыу тын алыуҙы ҡатмарлаштырмаһын өсөн, кисекмәҫтән туҡтарға, аяҡ-ҡулдар менән ишеп мөмкин тиклем һыу өҫтөнә ҡалҡырға һәм башты юғары күтәреп ныҡ итеп йүткереп һыуҙы сығарырға. Һыуҙа сәсәмәҫ өсөн һыу инеүсе тын алыу режимын һаҡларға тейеш. Йөҙгән саҡта дөрөҫ тын алырға тырышығыҙ, бер тулҡынды үткәреп икенсеһе яҡынлашҡансы тын алып ҡалырға өлгөрөгөҙ. Ҙур тулҡын килгәндә уның аҫтына сумырға һәм ҡалҡып сығырға. Көслө ағымға эләккәндә, уның менән көрәшергә кәрәкмәй, ә киреһенсә, ағым ыңғайына йөҙөп, ярға сығыу яғын күрергә.
Һыу өйөрмәһенә яҡын йөҙөп бармағыҙ. Был хәүефле урын. Ә өйөрмәгә эләккәндә, юғалып ҡалмай, үпкәгә күберәк һауа туплап, өйөрмәнең уртаһына сумып, ситкә тайпылырға һәм һыу өҫтөнә ҡалҡырға тырышырға кәрәк.
Ылымыҡтарҙа буталһағыҙ, киҫкен хәрәкәттәр яһамағыҙ. Арҡаға ятып тыныс хәрәкәттәр менән килгән яҡҡа йөҙөп сығырға тырышығыҙ. Әгәр ҙә шулай итеп һыу үҫемлектәренән ҡотолоп булмаһа, ҡулдарығыҙҙы бушатып, аяҡтарығыҙҙы үҙеңә тартып бөкләп, ҡулдар менән уларҙы таҙартырға тырышырға кәрәк.
Һыу ингән кешеләр йыш ҡына тул-ҡындарҙа сайҡалыр өсөн кәмә, катер-ҙар янына йөҙөп килә. Был – ғүмер өсөн хәүефле. Теплоход, катер, кәмәләр янында төрлө хәүефле һыу өйөрсәктәре, тулҡындар, ағым барлыҡҡа килә. Был бигерәк тә киске ваҡытта хәүефле, сөнки транспорт менән идара иткән кеше йөҙөүсене абайламаҫҡа һәм был хәл, үҙ сиратында, бәхетһеҙ осраҡҡа алып килеүе ихтимал.
Йөҙә белмәгән, насар йөҙгәндәргә һауа менән тултырылған камера, түңәрәктәр кеүек һыу инеү саралары ҙур хәүеф тыуҙыра. Бындай саралар менән тәрәнгә инергә ярамай, сөнки уйламаған ваҡытта уның тыны сығып, йөҙә белмәгән кеше бәләгә тарыуы бар.
Һыуҙа бер-береңде баҫтырып, тынды тотоп сумып уйнарға, алдап һөрәнләргә ярамай.
Тыйыла:
- иҫкәртеүсе, тыйыусы билдәләр һәм яҙыуҙар менән щит (аншлаг) ҡуйылған урындарҙа һыу инеү;
- йөҙөү сиген билдәләүсе ҡалҡыуыстар аша йөҙөп сығыу;
- төрлө йөҙөү сараларына яҡынлашыу, һыуға һикереүгә яраҡлаштырылмаған ҡоролмаларҙан һикереү;
- һыу ятҡылыҡтарын һәм ярҙарҙы бысратыу;
- спиртлы эсемлектәр ҡулланып һыу инеү;
- хәүеф тыуҙырған таҡта, бүрәнә, автомобиль камераһы һәм башҡаларҙа йөҙөү.
Өлкәндәр балаларға билдәһеҙ урындарҙа һәм өлкәндәрһеҙ һыу инергә рөхсәт итергә тейеш түгел.
Һәр граждан һыуҙа бәләгә тарыған кешегә хәленән килгәнсә ярҙам күр-һәтергә тейеш. Һыу менән шаярмағыҙ!

Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта түбәндәге номерҙар буйынса шылтыратырға: 112, 8 (34777) 2-14-14, 8-987-015-19-41.


Генерал А. Ф. Әхмәтханов
исемендәге зональ эҙләү-ҡотҡарыу отряды (Малаяҙ ауылы).

Автор: