Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
17 Июль 2023, 10:30

Тренер һәләк булған...

Дүрт машина бәрелешкән ҡот осҡос авария хаҡында ЮХХДИ хәбәр итеүенсә...

Тренер һәләк булған...
Тренер һәләк булған...

Салауат районында дүрт машинаның бәрелеүе һөҙөмтәһендә бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Башҡортостан ЮХХДИ-һы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Кропачево – Мәсәғүт – Әшит автомобиль юлының 29-сы километрында, Малаяҙ ауылы эргәһендә, йөк фураһы, “КамАЗ” һәм ике еңел автомобиль бәрелешкән.

Юл-транспорт фажиғәһендә “Хундай Санта Фе” водителе йәрәхәтләнгән һәм “Ашығыс ярҙам” машинаһында йән биргән. “Тойота РАВ 4” водителе лә, йәрәхәтләнеп, медицина ойошмаһына мөрәжәғәт иткән. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.

“На земле Салавата” баҫмаһының “Бәйләнештә”ге төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, аварияла Малаяҙ ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең 63 йәшлек тренеры Олег Ханов һәләк булған. Ике аҙна элек кенә ул тыуған көнөн үткәргән. “Олег Рәйес улы яҡшы уҡытыусы, волейбол буйынса яҡшы тренер ине. Уның тәрбиәләнеүселәре Башҡортостанда финал ярыштарында призлы урын яуланы. Ғаиләһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ”, - тиелә.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, дуҫтар, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.

Фото: Башҡортостан ЮХХДИ-һы.

Автор:Айһылыу Низамова
 
Автор: