Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
10 Июль 2023, 15:00

Ялдарҙа – туғыҙ ҡорбан

Араларында бала ла, үҫмер ҙә, өлкәндәр ҙә бар... 

Ялдарҙа – туғыҙ ҡорбан
Ялдарҙа – туғыҙ ҡорбан

Ял көндәрендә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре һыуҙағы ваҡиғалар тураһында 11 хәбәр алған. Һөҙөмтәлә туғыҙ кеше һәләк булған, ике кеше ҡотҡарылған.

Шәмбе көндө Дүртөйлө районында 2015 йылғы малай батып үлә, ул һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урында һыу ингән. Өфөлә Ағиҙелдә ике ир батҡан. Тәтешле районындағы быуала шулай уҡ ир кеше батып үлгән. Стәрлетамаҡта Ашҡаҙар йылғаһында йәнә бер ирҙең ғүмере өҙөлгән.

Октябрьский ҡалаһында шаһиттар һыуҙан аңын юғалтҡан 1988 йылғы ҡатынды ҡотҡарған. Уны дауаханаға оҙатҡандар, хәле ауыр тип баһалана.

Бишбүләк районында урындағы быуала 2004 йылғы үҫмер батҡан. Әле уның кәүҙәһе табылмаған, водолаздар эш башларға тейеш. Шулай уҡ Кушнаренко районында Ағиҙелдә батҡан ирҙе лә тапмағандар.

Бөгөн, йәкшәмбе көн Салауат районында Әй йылғаһында 1984 йылғы ир батҡан, ул Силәбе өлкәһе кешеһе. Көйөргәҙе районында иһә үҙәк быуала ҡотҡарыусылар батып барған ирҙе ҡотҡарған. Ул дауаханаға барыуҙан баш тартҡан. Ә Иглин районындағы быуала 1987 йылғы ир батҡан, уны водолаздар эҙләйәсәк.

Һәр осраҡ буйынса оператив-тәфтиш саралар үткәрелә. Шаһиттар әйтеүенсә, һәләк булған өлкәндәрҙең барыһы ла иҫерек булған. Һыу инеү урындары ла рәсми пляждар түгел.

Хөрмәтле республика халҡы!

Һыу инеү өсөн ҡотҡарыусылар дежур иткән һәм таҙа һыу төбө булған урындарҙы ғына һайлағыҙ. Һыуға инер алдынан спиртлы эсемлектәр эсеп, ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ. Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы. 

Автор:Альфия Мингалиева
 
Автор: