Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
23 Июнь 2023, 15:30

Балаларҙың именлеге – үҙебеҙҙең ҡулда

Хөрмәтле өлкәндәр, балаларҙың хәүефһеҙлеге күп осраҡта һеҙҙән генә тора. Йәйге осорҙа һыу ятҡылыҡтарында балаларҙың һәләк булыуына юл ҡуймау маҡсатында, һеҙгә үтенес менән мөрәжәғәт итәбеҙ: балалар араһында тәбиғи һәм яһалма һыу ятҡылыҡтарында үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре, уларҙы боҙоу эҙемтәләре тураһында аңлатыу эше алып барыу мотлаҡ. Балаларға таныш булмаған урындарҙа, өлкәндәр күҙәтеүенән тыш, эргәлә ололар булмағанда һауа тултырылған матрастарҙа, камералар-ҙа һәм башҡа йөҙөү сараларында һыу инеү ҡәтғи тыйыла.

Балаларҙың именлеге – үҙебеҙҙең ҡулда
Балаларҙың именлеге – үҙебеҙҙең ҡулда

Түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк:
  Һыуға инер алдынан бер нисә еңел күнегеү яһап, йылынығыҙ.
  Әкренләп һыуға инегеҙ, һыу температураһының тән өсөн уңайлы булыуына инанығыҙ (билдәләнгән норманан түбән түгел).
  Һай, төбө тикшерелмәгән урында, башҡа йөҙөүселәр янында сумыу, бигерәк тә баштүбән сумыу ярамай.
  Һыу инеү ваҡыты 30 минуттан артмаһын, һыу температураһы түбән булғанда – 5-6 минут.
  Тәбиғи һыу ятҡылығында һыу ингәндә махсус билдәләрҙән ары йөҙөп сыҡмаҫҡа, моторлы кәмәләргә һәм башҡа йөҙөү сараларына яҡын йөҙмәҫкә.
  Эҫенән һаҡланыу өсөн пляжда баш кейемендә ял итегеҙ.
  Шаярмағыҙ.

Әгәр кеше бата башлаһа:
  Шунда уҡ: "Кеше бата”, – тип ярҙам һорап ҡысҡырығыҙ.
 Ҡотҡарыусыларҙы һәм “Ашығыс ярҙам” бригадаһын саҡырыу- ҙарын һорағыҙ.
  Батып барған кешегә ҡотҡарыу түңәрәген, осо төйнәлгән оҙон бау ташлағыҙ.
  Әгәр яҡшы йөҙһәгеҙ, кейемегеҙҙе һәм аяҡ кейемегеҙҙе сисеп, батып барыусыға йөҙөп барып етегеҙ. Уның менән һөйләшегеҙ, әгәр кеше аңында икән, үҙегеҙгә тотоноп ярға барып етергә ярҙам итегеҙ. Әгәр батып барыусы аңын юғалтһа, уны ярға сәсенән тотоп тартырға мөмкин.

Әгәр һыуға бата башлаһағыҙ:
  Сәбәләнмәгеҙ.
  Артыҡ кейемдәрегеҙҙе, аяҡ кейемегеҙҙе сисегеҙ, ярҙам һорап ҡысҡырығыҙ.
  Арҡағыҙға боролоғоҙ, ҡулдарығыҙҙы киң итеп йәйегеҙ, ял итегеҙ, бер нисә тапҡыр тәрән һулыш алығыҙ.
Һыу инер алдынан үҙегеҙ менән булавка алырға онотмағыҙ. Әгәр һыуҙа аяҡ тартыша башлаһа, уның менән аяғығыҙға сәсеп алығыҙ. Әгәр булавкағыҙ юҡ икән, бер нисә тапҡыр аяҡ мускулын семетегеҙ. Әгәр был да ярҙам итмәһә, аяҡтың ҙур бармағын ныҡ тотоғоҙ һәм уны ҡырҡа турайтығыҙ. Ярға йөҙөгөҙ.

Һыуға батһағыҙ:
  Сәбәләнмәгеҙ, тулҡынға арҡағыҙ менән боролорға тырышығыҙ.
  Ҡулдарығыҙҙы терһәктән күкрәгегеҙҙең аҫҡы өлөшөнә ҡыҫып, ҡулдарығыҙ менән ярҙам итеп, бер нисә тапҡыр ҡырҡа тынығыҙҙы сығарығыҙ.
  Һуңынан танауҙы һыуҙан таҙартығыҙ һәм бер нисә йотоу хәрәкәте яһағыҙ.
  Тын алыуҙы тергеҙеп, ҡорһағығыҙға ятығыҙ һәм ярға табан хәрәкәт итегеҙ.
  Кәрәк булғанда, кешеләрҙе ярҙамға саҡырығыҙ.

Һыуға батыусыға
ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләре:
1. Зыян күреүсене йөҙтүбән һалырға.
2. Ауыҙ ҡыуышлығын таҙартырға.
3. Телдең төбөнә ҡырҡа баҫырға.
4. Ҡоҫоу һәм ҡоҫоу рефлекстары барлыҡҡа килһә, һулыш юлдарынан һәм ашҡаҙандан һыуҙың тулыһынса сығыуына ирешергә.
5. Әгәр ҡоҫмаһа һәм пульсы булмаһа, арҡаһына һалып, реанимацияға тотонорға (яһалма тын алыу, йөрәккә тура булмаған массаж). Терелеп китһә, йөҙтүбән һалып, үпкәләрҙән һәм ашҡаҙандан һыуын сығарырға.
6. “Ашығыс ярҙам” саҡырырға.
Һыу төбөнә төшөп киткән кешене алты минут эсендә ҡотҡарып алып ҡалырға мөмкин.

Ярамай:
  Зыян күреүсене иғтибарһыҙ ҡалдырырға (йөрәк туҡтауы ихтимал).
  Әгәр ҡотҡарыу хеҙмәтен саҡырыу мөмкинлеге булһа, зыян күреүсене үҙ аллы алып барырға.
Һыуҙа хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәгеҙ. Ярҙам кәрәк булған осраҡта, 112 һандары буйынса шылтыратығыҙ.
8 (34777) 2-14-14, 8-987-015-19-41 – зональ ҡотҡарыу-эҙләү хеҙмәте (Малаяҙ ауылы).

Давид САБИТОВ,
генерал А. Ф. Әхмәтханов исемендәге зональ ҡотҡарыу-эҙләү хеҙмәте начальнигы (Малаяҙ ауылы).

Автор: