Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
13 Июнь 2023, 14:25

Балиғ булмағандарға ла яуаплылыҡ ҡаралған

Мәсетле районы хакимиәте ҡарамағындағы балиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияла балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең мопед, мотоцикл, автомобилдәрҙә Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғаны өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында материалдар йышая бара.

Балиғ булмағандарға ла яуаплылыҡ ҡаралған
Балиғ булмағандарға ла яуаплылыҡ ҡаралған

Скутер, мопед, мотоцикл, автомобилдәр – бөгөн үҫмерҙәр өсөн күңел асыу саралары ярайһы уҡ күп. Йыш ҡына балиғ булмаған балаларҙың юлда скутерҙа йөрөүен, үҫмерҙәрҙең велосипедта, мотоциклда төрлө трюктар башҡарыуын күрергә тура килә. Балиғ булмағандар Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белмәй, тейеш булмаған урында юлға сыға, һөҙөмтәлә юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе була. Үкенескә күрә, ата-әсә скутер, мопед, мотоцикл һатып алып, 16 йәше тулмаған балаға уларҙа юлға сығыу тыйылғанын иғтибарға алмай һәм балаһының ҡайҙа йөрөгәнен дә белмәйҙер, моғайын. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең 24.1-се статьяһына ярашлы, юлда велосипед менән 14 йәштән йөрөргә рөхсәт ителә, ә мопед менән – 16 йәштән.
Мотоцикл, мотороллер һәм башҡа мототранспорт саралары менән идара итеү хоҡуғына водитель таныҡлығы (“А” категорияһы) 16 йәштән бирелә, автомобиль менән идара итеүгә – 18 йәштән. Балиғ булмағандар Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған осраҡта йәш водителдәргә, уларҙың ата-әсәләренә, законлы вәкилдәренә ниндәй яуаплылыҡ ҡаралыуы һәм яза бирелеүе хаҡында белергә кәрәк.
Юл хәрәкәте өлкәһендә административ хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн яуаплылыҡ РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 12-се бүлегендә ҡаралған.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған мопед һәм мотоцикл водителдәренә лә автомобиль водителдәре өсөн ҡаралған административ яуаплылыҡ ҡулланыла. Транспорт саралары менән идара итеүгә хоҡуҡ булмаған килеш автотранспорт менән идара иткән өсөн 5000-дән 15000 һумға тиклем административ штраф ҡаралған (РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 12.7-се статьяһының 1-се өлөшө).
Мопед, мотоцикл, автомобиль менән идара иткән балиғ булмаған водителдәр түбәндә һаналған ҡағиҙә боҙоу осраҡтары өсөн йышыраҡ административ яуаплылыҡҡа тарттырыла:
1. Билдәләнгән тәртиптә теркәлмәгән транспорт сараһы менән идара итеү – 500-ҙән 800 һумға тиклем административ штраф (РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 12.1-се статьяһының 1-се өлөшө);
2. Автотранспорт менән идара итеү хоҡуғы, транспорт сараһын теркәү документтары үҙе менән булмаған водитель транспорт сараһы менән идара иткән осраҡта – иҫкәртеү йәиһә 500 һум күләмендә административ штраф (РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 12.3-сө статьяһының 1-се өлөшө); гражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау полисы үҙе менән булмаған килеш транспорт сараһы менән идара итеү – иҫкәртеү йәиһә 500 һум күләмендә административ штраф (РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 12.3-сө статьяһының 2-се өлөшө);
3. Конструкцияһында хәүефһеҙлек ҡайышы ҡаралған транспорт сараһында водитель, пассажирҙар хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәй йөрөгәндә, шулай уҡ мотошлемһыҙ, мотошлемды эләктермәй мотоцикл менән идара иткәндә йәиһә пассажирҙарҙы мотошлемһыҙ йөрөткәндә – 1000 һум күләмендә административ штраф (РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 12.6-сы статьяһы);
4. Транспорт сараһы менән иҫерек килеш һәм идара итеү хоҡуғы булмаған йәиһә транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән килеш идара итеү, әгәр бындай ғәмәлдәрҙә енәйәт язаһы ҡулланылырға тейешле ҡылыҡ булмаһа, 10 – 15 тәүлеккә административ ҡулға алыу йәки 30000 һум күләмендә административ штраф һалыуға алып килә (РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 12.8-се статьяһының 3-сө өлөшө).
18 йәшкә тиклемге балиғ булмаған бала килтергән зыян өсөн уның ата-әсәһе, законлы вәкилдәре яуаплы икәнен иҫтә тоторға кәрәк. Баланың үҙ аллы эш хаҡы булмағанда, административ штраф уның ата-әсәһенән йәиһә законлы вәкилдәренән түләтелә (РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 32.2-се статьяһы).
Бынан тыш, ата-әсәләрҙең йәиһә законлы вәкилдәрҙең балиғ булмағандарҙы ҡарау һәм тәрбиәләү буйынса бурыстарын үтәмәгән өсөн РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 5.35-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуы ихтимал. Был статьяның санкцияһы иҫкәртеү йәиһә 100 һумдан 500 һумға тиклем күләмдә административ штраф һалыуҙы күҙ уңында тота.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Һеҙҙең бурыс – балаларҙың именлеген тәьмин итеү, улар менән йышыраҡ һөйләшеп, тормош хәүеф-һеҙлегенә бәйле иң ябай ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөү.
Регина ҒИЛМАНОВА,
Мәсетле районы хакимиәте ҡарамағындағы балиғ
булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның яуаплы секретары.

Фото

Автор: