Мәсетле тормошо
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
19 Апрель 2023, 10:30

Янған үләнде һүндерәм тип...

Инәйҙең тәненең 85 проценты бешкән. 

Янған үләнде һүндерәм тип...
Янған үләнде һүндерәм тип...

Кис Дүртөйлө районының Көшөл ауылында фажиғәле хәл булған. Бер ҡатындың баҡсаһы янында ҡоро үлән яна башлаған. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

78 йәшлек ҡатын уны үҙаллы һүндерергә тырыша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ваҡытта уның кейеменә ут ҡаба, һәм ул ныҡ ҡына бешә. Хәбәр ителеүенсә, тәненең 85 проценты бешкән инәйҙе Дүртөйлө дауаханаһына алып китәләр.

Урынға саҡырылған янғын һүндереүселәр 15 минутта утты һүндерә. Әлеге ваҡытта янғын сәбәптәре асыҡлана. 

Билдәле булыуынса, быйыл яҙҙың иртә килеүе сәбәпле янғындар ҙа артты. Шуға күрә иғтибарлы булырға, баҡсала һәм урманда ҡоро үләнгә ут төртмәҫкә кәңәш ителә. 

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
 
Автор: