Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
19 Апрель 2023, 10:00

Татарстанда зыярат янған...

Хәлде көслө төтөн һәм ел ҡатмарлаштырған

Татарстанда зыярат янған...
Татарстанда зыярат янған...

Татарстанда ҡоро үлән янып китеп, ут зыяратҡа күскән. Ашығыс хеҙмәттәр янғынды һүндерергә тырыша, әммә көслө ел һәм төтөн арҡаһында янғын һүндереү ҡатмарлаша. Был хәл 14 апрелдә була.  

Мәғлүм булыуынса, күрше Татарстанда Менделеевск ҡалаһында ҙур янғын булған - 1000 квадрат метр майҙанда ҡоро үлән янған. Ут Революция тауы урамында урынлашҡан Камашев зыяратына килеп етә. Хәлде көслө төтөн һәм ел ҡатмарлаштырған. Махсус хеҙмәттәргә янғын хаҡында 13.40 сәғәттә хәбәр иткәндәр. Урынға ҡотҡарыусылар сыға һәм ике сәғәттә утты ауыҙлыҡлауға өлгәшкәндәр, зыян күреүселәр юҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 апрелдән Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Был осорҙа урманда, баҡсаларҙа ут һәм усаҡ яғыу, сүп-сар яндырыу тыйыла. Был талаптарҙы үтәмәгән кешеләр административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.

Фото: скриншот.

Автор:Рәмилә Мусина
 
Автор: