Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
7 Апрель 2023, 15:30

Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү

Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк майҙанында ташҡын осрағына техника һәм хеҙмәттәр тикшерелде.Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда, ҡотҡарыу һәм башҡа кисектергеһеҙ эштәрҙе башҡарыу, ташҡынға ҡаршы тәү сираттағы сараларҙы үтәү өсөн йәлеп ителергә тейешле ойошмаларҙың әҙерлеген муниципаль район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, хакимиәт башлығының төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов баһаланы.

Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү
Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү

Йыл һайын район ташҡын һыуҙарын үткәреүгә алдан әҙерләнә. Был процесты район власы, хеҙмәттәр, ойошмалар һәм предприятиелар контролдә тота.
Техника смотрында муниципаль звеноға ингән һәм даими әҙерлектә булған 13 ойошма ҡатнашты: улар – 157 кеше, 51 берәмек техника, 3 берәмек йөҙөү сараһы, авария осрағында ҡотҡарыу, тергеҙеү ҡорамалдары.
Авария-ҡотҡарыу сараларының булыу-булмауын, техниканың авария-ҡотҡарыу һәм башҡа ашығыс эштәрҙе башҡарыуға әҙерлеге, эвакуация төркөмдәренең, ҡотҡарыусыларҙың әҙерлеге тикшерелде. Формирование (командалар) етәкселәре ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә эш итеүгә әҙерлек кимәле, функциональ бурыстар тураһында хәбәр итте.
Смотр һөҙөмтәләре буйынса яҙғы ташҡын осоронда бурыстарҙы үтәүгә көстәрҙең һәм сараларҙың әҙерлеге баһаланды. Бүлексәләргә әҙерлекте камиллаштырыу, махсус саралар менән тулыландырыу буйынса тәҡдимдәр бирелде.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 7 апрелендәге  14е һанында уҡығыҙ.

Автор: