Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
27 Март 2023, 10:20

Газ ҡорамалдарын хәүефһеҙ һәм уңайлы ҡулланыу: ябай һәм аңлайышлы ҡағиҙәләр

Газға тоташтырылған йортта йәшәгән һәр кемгә нимәне иҫтә тоторға, ниндәй хәүеф-һеҙлек ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә, газ ҡорамалы төҙөк булмағанда ҡайҙа мөрәжәғәт итергә. Газды хәүефһеҙ һәм уңайлы ҡулланыу буйынса ябай һәм аңлайышлы инструкциялар – беҙҙең материалда.

Газ ҡорамалдарын хәүефһеҙ һәм уңайлы ҡулланыу: ябай һәм аңлайышлы ҡағиҙәләр
Газ ҡорамалдарын хәүефһеҙ һәм уңайлы ҡулланыу: ябай һәм аңлайышлы ҡағиҙәләр

Билдәле булыуынса, газды ҡулланыу электр энергияһына ҡарағанда күпкә һөҙөмтәлерәк һәм отошлораҡ. Газ ҡоролмаһы Башҡортостандағы күпселек шәхси һәм күп фатирлы йорттарҙа файҙаланыла. Газды беҙ көн һайын аш-һыу әҙерләгәндә, йортто һәм һыуҙы йылытҡанда ҡулланабыҙ. Газ ҡаҙандарын, колонкаларҙы, плиталарҙы файҙаланғанда бәхетһеҙ осраҡтарға юл ҡуймаҫ өсөн ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫтә тоторға кәрәк. Һүҙебеҙ – шул хаҡта.

Нимә эшләргә ярамай
Беренсе һәм иң мөһим хәүефһеҙлек ҡағиҙәһе – янып торған газ ҡорамалын бер ҡасан да ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Фажиғә булмаһын өсөн төтөн каналдарына, төтөн сығыу юлдарына һәм төтөн бүлгестәргә келәләр (шиберҙар) ҡуйыу ҡәтғи тыйыла. Бер ниндәй шарттарҙа ла газ приборҙары конструкцияһын үҙгәртергә, үҙ аллы ремонтларға ярамай.
Газ ҡорамалының төтөн бүлгесен елләтеү системаһына тоташтырырға, шулай уҡ ватылған газ ҡорамалын файҙаланырға ярамай. Әгәр автоматика төҙөк булмаһа, тартыу көсө юҡлығы йәиһә газ сығыуы һиҙелһә, тиҙ арала белгестәрҙе саҡырығыҙ. Төтөн сығыу юлында тартыу көсө үҙгәрмәһен өсөн, һыуҙы газ менән йылытыу ҡоролмаһын электр һауа һурҙырыу ҡоролмаһы менән бер үк ваҡытта ҡабыҙырға ярамай.

Газ еҫе сыҡҡанда нимә эшләргә?
Зәңгәр уттың янмауын йәиһә үҙенсәлекле еҫ килгәнен абайлаһағыҙ, ашығыс саралар күрергә кәрәк: шунда уҡ газ плитаһын йәки колонкаһын һүндерегеҙ һәм улар алдындағы крандарҙы ябығыҙ; тәҙрәләрҙе асығыҙ. Был осраҡта иҫтә тоторға кәрәк: газ еҫе сыҡҡанда электр приборҙарын ҡулланыу ҡәтғи тыйыла! Бынан тыш, бинала асыҡ ут сығанаҡтары булмаҫҡа тейеш.
Газ тулған бинанан һәм уның менән йәнәш бүлмәләр-ҙән бөтә кешеләрҙе сығарығыҙ. Күршеләрегеҙгә һәм был мәлдә яҡын тирәлә булған кешеләргә газ ебәреүе тураһында хәбәр итегеҙ. Хәүеф-һеҙ урындан 04, йәки кеҫә телефонынан 104, 040 номерҙары буйынса авария-диспетчер хеҙмәтенә йә булмаһа 112 берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратығыҙ.
Шуны онотмағыҙ: мөрйә һәм елләтеү каналдары боҙолған осраҡта яныу продукттары менән ағыуланыу хәүефе бар. Һөрөм газы – еҫһеҙ һәм төҫһөҙ ағыулы матдә. Ул баш әйләнеүгә, баш ауыртыуға, ҡолаҡ шаулауына, тын ҡыҫылыуға, йөрәк тулауына, күҙҙәр еүешләнеүенә, бит ҡыҙарыуына, хәлһеҙлеккә һәм күңел болғаныуға килтерә. Ағыуланыу кимәле юғары булғанда көҙән йыйырыу, аң юғалтыу күҙәтелә, айырыуса ауыр осраҡтарҙа кешенең комаға китеүе ихтимал.
Әгәр һеҙ зыян күреүселә ошо билдәләрҙе асыҡлаһағыҙ, уны тиҙ арала саф һауаға алып сығырға һәм мөмкин тиклем тиҙерәк ашығыс ярҙам саҡырырға кәрәк.

Хеҙмәтләндереүҙе фәҡәт профессионалдарға ғына ышанып тапшырығыҙ
Газ ҡорамалын ҡуйыу, диагностикалау һәм ремонтлауҙы профессионалдарға ғына ышанып тапшырырға кәрәк. Ябай булыуына ҡарамаҫтан, газ плитаһы, колонка йәиһә ҡаҙанды бер ниндәй шарттарҙа ла үҙ аллы монтажламағыҙ һәм йүнәтмәгеҙ.
Газ ҡорамалын урынлаштырырға йәиһә йүнәтергә тырышҡанда һеҙ хәүефһеҙлек техникаһын боҙоп, газ сығыу хәүефе тыуҙыраһығыҙ. Бының фажиғәгә килтереүе ихтимал. Белгестәрҙе саҡырыу күпкә ышаныслыраҡ.
Әгәр етешһеҙлектәр асыҡланһа, тәү сиратта газ биреү вентиляцияһын ябырға, һуңынан кисектермәйенсә газ ҡорамалын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау тураһында килешеү төҙөлгән ойошмаға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Телефон номерҙары һәм электрон почта адресы килешеүҙә күрһәтелгән. Шулай уҡ “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең туранан-тура бәйләнеш үҙәгенә (8-800-347-88-00) мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Газ ҡорамалдары йылына бер тапҡыр техник хеҙмәтләндерелергә тейеш.
“Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәте тарафынан Башҡорт-остан Республикаһы территорияһында газ ҡорамалдарына техник хеҙмәтләндереү үткәреү графигы менән http:// www.bashgaz.ru рәсми сайтында танышырға мөмкин.
Һаҡ булығыҙ: һуңғы бер нисә йылда газ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре исеме аҫтында фатирҙар һәм йорттар буйлап шәхси ойошма вәкилдәре йөрөй. Улар техник хеҙмәтләндереү үткәрергә килеүҙәрен белдерә, кран йәиһә шлангыны алмаштырырға тәҡдим итеп, үҙ хеҙмәттәре өсөн ярайһы уҡ ҙур сумма ала. Газ ҡорамалын ҡарарға килгән хеҙмәткәрҙең таныҡлығын тикшерегеҙ, махсус кейеменә иғтибар итегеҙ. Әгәр газовикты фатирға индерергә шикләнһәгеҙ, 04 йәиһә 104 телефондары буйынса шылтыратығыҙ.

Газ анализаторҙары өҫтөнлөгө
Газ анализаторы – биналағы һауала янған газ кимәлен контролдә тотоу өсөн махсус ҡулайлама. Өйҙә газ еҫе сыҡҡан осраҡта ул тауыш бирә һәм уты яна – был бигерәк тә төндә, кешеләр ҡаты йоҡлаған ваҡытта уларҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡала.
Был ҡоролма тәүлектең төнгө ваҡытында айырыуса актуаль. Сигнализатор эше һөҙөмтәһендә фажиғәләрҙе иҫкәртеү осраҡтары йыш теркәлә. Йортҡа прибор ҡуйырға теләүселәрҙең барыһына ла иҫтә тоторға кәрәк: был ҡорамалды монтажлауҙы газ ҡорамалын техник хеҙмәтләндереүгә килешеү төҙөлгән ойошма белгестәре менән башҡарыу яҡшыраҡ.
Павел КРАЙНОВ.

Фото

Автор: