Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
21 Март 2023, 14:20

Яҙғы боҙ хәүефле!

Яҙғы боҙ ныҡлығын юғалта. Төнгө һалҡында туңғанлыҡтан, ул ҙур булмаған йөктө күтәрә ала, әммә көндөҙ, тиҙ йылынып, хәүеф тыуҙыра. Боҙ ҡалын булып күренһә лә, иреп сыҡҡан һыу уны көсһөҙ итә. Йылғалағы яҙғы боҙ ҡатламында шыуырға, уны үткәүел итеп файҙаланырға ярамай – был ваҡытта боҙ йоҡа һәм кеше ауырлығын күтәрмәй. Боҙҙа һауа күҙәнәктәре барлыҡҡа килә, хәрәкәт иткәндә уларҙы билдәләүе ауыр.

Яҙғы боҙ хәүефле!
Яҙғы боҙ хәүефле!

Яҙғы боҙға сыҡмағыҙ!
Йылға-күлдәр, һыу ятҡылыҡтары боҙҙан әрселә, кәүшәкләнә, үтеп йөрөү өсөн хәүефле була башлай. Айырыуса ҡышҡы балыҡ тотоу урындарында боҙға сыҡҡанда иғтибар талап ителә. Белмәгән урында боҙға сығыу хәүефле, боҙҙоң ҡалынлығын, ныҡлығын тикшереү өсөн таяҡ ҡулланырға кәңәш ителә. Ярҙан төшкәндә айырыуса һаҡ эш итергә – боҙҙоң ҡоро ер менән тоташмауы, ярылған булыуы ихтимал. Шулай уҡ боҙ һыу ағып төшкән, үҫемлектәр үҫкән урындарҙа, көрт аҫтында ныҡлы түгел.

Боҙ уйылып төшөп киткәндә
  паникаға бирелмәгеҙ;
  сәбәләнмәгеҙ, сите йоҡа боҙға бөтә кәүҙә менән ятмағыҙ, сөнки тән ауырлығынан ул һыныуға дусар буласаҡ;
  һыу аҫтына китмәҫ өсөн ҡулдарығыҙҙы киң итеп йәйегеҙ;
  терһәк менән боҙға таянығыҙ, кәүҙәгеҙҙе горизонталь хәлгә килтергәс, аяҡты боҙға ырғытырға тырышығыҙ. Боролоп икенсе аяҡты ла тиҙ генә тартып алығыҙ һәм шунда уҡ боҙ өҫтөнә тулыһынса сығығыҙ;
  киҫкен хәрәкәт яһамай ғына хәүефле урындан мөмкин тиклем алыҫыраҡ, килгән яҡҡа шыуығыҙ;
  ярҙамға саҡырығыҙ;
  һыуға төшөп киткәндә аҙыраҡ хәрәкәтләнергә, көсөгөҙҙө һаҡларға тырышығыҙ (тән температураһының тиҙ түбәнәйеү сәбәптәренең береһе – үтеп ингән һыуҙың йылынып, сәбәләнгән ваҡытта уның яңы, һыуыҡ һыу менән алмашыныуы. Бынан тыш, хәрәкәт иткәндә әйбергә һеңгән һыу барлыҡҡа килтергән өҫтәмә изоляция боҙола);
  һыу эсендә башыңды мөмкин тиклем юғарыраҡ тоторға кәрәк. Тәндең йылылыҡ юғалтыуҙың 50 проценттан ашыуы, ә ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, хатта 75 проценты баш өлөшөнә тура килеүе билдәле;
  ярға, һалға йәиһә кәмәгә йөҙөп барғанда уға тиклем ара 40 минуттан артмаһа ғына әүҙем йөҙөргә мөмкин;
  йөҙөү сараһына барып еткәс, кисекмәҫтән сисенергә, еүешләнгән кейемде һығып алырға һәм ҡабат кейергә кәрәк.

Бәләгә тарыусыға ярҙам итеү
  Йылыу урынына һаҡ ҡына килегеҙ, шыуышып килһәгеҙ яҡшы булыр;
  батып барыусыға ярҙамға килеүегеҙ хаҡында хәбәр итегеҙ, был уға көс, ышаныс бирер;
  3-4 метр алыҫлыҡта уға бау, таяҡ, шарф йәиһә ҡул аҫтында булған әйбер һуҙығыҙ;
  батыусыға ҡул биреү хәүефле, сөнки йылыуға яҡынлашҡанда боҙға төшкән ауырлыҡты арттыраһығыҙ, уға ярҙам итеү урынына үҙегеҙ төшөп китеүегеҙ ихтимал.

Зимфер ТӨХВӘТУЛЛИН,
86-сы янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы начальнигы.

Фото

Автор: