Мәсетле тормошо
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
8 Февраль 2023, 09:35

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровтың мөрәжәғәте

Республикала янғынға бәйле хәл киҫкен тора. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ғинуарҙа республикала 36 кеше һәләк булған. Былтырғыға ҡарағандан өс тапҡырға күберәк!

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш  хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе  Фәрит Ғүмәровтың мөрәжәғәте
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровтың мөрәжәғәте

Ошоға бәйле Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров республика халҡына мөрәжәғәт итте:
"Хөрмәтле республика халҡы!
Йыл башынан фажиғәле тамамланған янғындар һаны ҡырҡа артты. Ғинуарҙа республика биләмәһендәге янғындарҙа 36 кеше һәләк булды. Был уҙған йылдың ғинуар айы менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк.
Ете янғында бер юлы ике-дүрт кеше һәләк булды: Өфө ҡалаһында, Стәрлебаш, Дүртөйлө, Ишембай һәм Ейәнсура райондарында.
Шуны ла билдәләп үтәм, 16 ғинуар "ҡара дүшәмбе" булды – янғындарҙа алты кешенең ғүмере өҙөлдө.
Кеше ғүмерҙәрен өҙгән янғындарҙың төп сәбәптәре билдәле:
1) тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ эш итеү;
2) дөрөҫ ҡоролмаған электр ҡорамалдарын файҙаланыу;
3) мейестәрҙе дөрөҫ ҡулланмау.
Тышта һыуыҡ һәм күптәр өйҙә йәки верандала тәмәке тарта. Ғинуар янғындарында 13 кешенең һәләк булыуының яҡынса сәбәбе тап ошо хәл булған. Фажиғәгә тарымаҫ өсөн һүндерелмәгән тәмәкене ырғытмағыҙ, бина эсендә тәмәке тартмағыҙ!
Электр селтәренә көсөргәнеш төшөрмәгеҙ, ҡулдан эшләнгән һәм төҙөк булмаған электр йылытҡыстарын ҡабыҙмағыҙ! Ғинуарҙа электр ҡорамалдарының төҙөк булмауы арҡаһында утта 15 кеше һәләк булды.
Яғылған мейестәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Мейестәрҙең дөрөҫ ҡоролмауы һәм бындай мейестәр менән файҙаланыу арҡаһында ғинуарҙа алты кеше һәләк булды.
Эскән туғандарығыҙҙы, дуҫтарығыҙҙы ҡарап тороғоҙ, шулай уҡ балаларҙы ла үҙҙәрен генә яңғыҙ ҡалдырмағыҙ!
Утты үҙ аллы һүндерергә тырышмағыҙ!
Ут сыҡҡан осраҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү тәртибен балаларығыҙ менән бергә өйрәнегеҙ. Был һаҡланыу тәртибе күп кенә фажиғәләрҙән һаҡлаясаҡ.
Торлаҡты янғын иҫкәртеү ҡорамалдары менән йыһазландырыу ҙа һөҙөмтәле сара булып тора. Ошо бәләкәй сиреналар ярҙамында республикала 934 кеше, шул иҫәптән 341 бала ҡотҡарылды. Мәҫәлән, 10 ғинуарҙа таң менән Нуриман районында янғын һүндереү ҡорамалының тауышынан уянған биш кеше, шул иҫәптән өс бала янған йорттан сығып өлгөргән.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү ҡайғыға, туғандарҙың, яҡындарҙың күҙ йәштәренә килтерә. Шуға күрә һәр ваҡыт янғын хәүефһеҙлеге талаптарын теүәл үтәгеҙ! Туғандарығыҙға һәм башҡаларға уларҙы боҙоуға юл ҡуймағыҙ! Тик бергәләп кенә үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы ут менән бәйле фажиғәләрҙән һаҡлай алырбыҙ!"
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: янғын сыҡҡан осраҡта шунда уҡ "101", "112" телефондарына шылтыратығыҙ.

Фото

Автор: