Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
6 Февраль 2023, 12:05

Төркиәлә – ҙур фажиғә

Күҙаллауҙар буйынса, йөҙәрләгән кеше һәләк булған. Ҡорбандарҙың күпкә артығыраҡ булыуы ихтимал  

Төркиәлә – ҙур фажиғә
Төркиәлә – ҙур фажиғә

Бөгөн төндә Төркиәлә ер тетрәгән. Ул шул тиклем көслө булған, уның эҙемтәләре хатта күрше илдәргә лә килеп еткән. Хәбәр ителеүенсә, ер аҫты тирбәлештәре Сүриә, Ливан, Төньяҡ Кипрҙа ла һиҙелгән.

Ер тетрәүҙең магнитудаһы 7,8-гә тиң тип баһалана. Иң ҙур тетрәнеү Төркиәнең көньяғында, халҡы 1 миллиондан ашыу булған Газиантеп ҡалаһы янында теркәлгән. Эпицентр ҡаланан 37 километр алыҫлыҡта, 10 километр тәрәнлектә ер аҫтында булған. Тәүге тетрәүҙән һуң Төркиәлә генә 32 афтершок теркәлгән, уларҙың алтыһының магнитудаһы 6-нан юғарыраҡ. Сүриә провинцияларында ла ошондай осраҡтар теркәлгәне билдәле.

Һөҙөмтәлә Төркиә һәм Сүриәнең бер нисә ҡалаһында тиҫтәләгән күп фатирлы йорттар емерелгән. Әлегә ҡорбандар тураһында аныҡ мәғлүмәттәр юҡ. Бер сығанаҡтан хәбәр итеүҙәренсә, 170-тән ашыу кеше һәләк булған, йөҙәрләгән кеше йәрәхәтләнгән. Икенсе мәғлүәмттәр буйынса 80-гә яҡын кеше һәләк булған, 440-е йәрәхәтләнгән.

Ер аҫты тулҡындары башҡа төбәктәрҙә лә – Адана, Анкара, Анталья, Газиантеле, Кайсери, Мерсин, Трабзон, Урфа ҡалаларында ла тойолған.

Төркиә Президенты Рәжәп Эрдоган ҡайғы уртаҡлашты һәм барлыҡ хеҙмәттәр хәрби әҙерлек тәртибендә эшләй тине. Барлыҡ эҙләү-ҡотҡарыу отрядтары бәлә күргән райондарға йүнәлтелгән. Төркиә властары дүртенсе кимәл тревога иғлан иткән һәм халыҡ-ара ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәр.

Фото: мәғлүмәт агентлыҡтары. 

Автор:Альфия Мингалиева
 
Төркиәлә – ҙур фажиғә
Төркиәлә – ҙур фажиғә
Төркиәлә – ҙур фажиғә
Автор: