Районда йәшәгән ҡатынға телефондан шылтыратҡандар һәм үҙҙәрен Үҙәк банк хеҙмәткәрҙәре тип танытҡандар. Шылтыратыусы карта, һаҡлыҡ кенәгәһе бармы-юҡмы икәнлеген асыҡлай. Артабан уның иҫәбенән аҡса алыу буйынса операция башҡарылыуы хаҡында хәбәр итә. Һуңынан уға хәҙер хәүефһеҙлек хеҙмәтенән белгес шылтыратасағы, нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында аңлатасағы тураһында әйтә. Бер нисә минуттан уға ҡабат шылтыраталар, шул “белгес” өйрәтеүенсә ул банкка бара, үҙенең һаҡлыҡ кенәгәһендә йыйған аҡсаһын ала. Банкомат аша уларҙы “һаҡланған” иҫәпкә һала. 310 мең һум аҡса күсерелгәндән һуң мутлашыусылар уның менән бәйләнеште өҙә.
– Йыш ҡына аҡса сит ил иҫәбенә китә, – тип һөйләй Мәсетле районы эске эштәр бүлегенең тәфтиш төркөмө тәфтишсеһе Илнур Вәхитов. – Кире ҡайтарыуҙарын һорап күп мөрәжәғәт итергә тура килә, әгәр аҡса сит илгә китһә, уларҙы кире ҡайтарыу мөмкин түгел. Беҙҙең районда һәр икенсе кешегә тиерлек мутлашыусыларҙан шылтыратыу була йәиһә хәбәр килә. Башлыса мутлашыусыларҙың ҡорбаны – ышанып барған ололар.
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 16 декабрҙә 50-се һанында уҡығыҙ.