Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
20 Декабрь 2022, 15:00

Башҡортостанда 8 йәшлек ҡыҙ самогон эсеп ағыуланған

19 декабрь кисендә Туймазы районында 8 йәшлек ҡыҙ менән бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. «Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, баланы ашығыс рәүештә дауахананың реанимация бүлегенә алып килгәндәр.

Башҡортостанда 8 йәшлек ҡыҙ самогон эсеп ағыуланған
Башҡортостанда 8 йәшлек ҡыҙ самогон эсеп ағыуланған

«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡыҙыҡай яңылыш самогон эскән. Уның туғаны әйтеүенсә, «Кола» шешәһенә тултырылған иҫерткес эсемлекте һыуытҡысҡа ҡуйғандар. Бала уны газлы һыу тип уйлаған. Уның хәле насарайғас, дауаханаға килтергәндәр», — тип хәбәр итте мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.

Ғаилә имен һанала, иҫәптә тормай. Әле хоҡуҡ һаҡлаусылар ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

Фото

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/law/2022-12-20/bash-ortostanda-8-y-shlek-y-samogon-esep-a-yulan-an-3080106 

Автор: