Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
13 Декабрь 2022, 15:30

10 кешелек ғаилә зыян күргән

Бөгөн төндә Белорет районының Асы ауылында аяныслы хәл теркәлгән.

10 кешелек ғаилә зыян күргән
10 кешелек ғаилә зыян күргән

Төндә Белорет районының Асы ауылындағы күп балалы ғаиләнең йорто янып сыға яҙған. Ғәҙәттән тыш хәл тураһындағы мәғлүмәт 23 сәғәт 49 минутта теркәлгән. “Ҡыҙыл әтәс” 00.22 минутта “ауыҙлыҡланған” һәм тағы өс минуттан һуң тулыһынса һүндерелгән. Уттан 20 квадрат майҙандағы түбә таҡтаһы зыян күргән. Ярай әле, кешеләрараһында йәрәхәтләнгәндәр һәм һәләк булғандар юҡ.

Тәфтишселәр йортта 10 кешелек, шул иҫәптән һигеҙ балаһы булған ғаиләнең йәшәүен асыҡлаған. 2008, 2009, 2010, 2012, 2013, 2015, 2017 һәм 2019 йылғы балаларҙың торлаҡһыҙ ҡалыу, зыян күреү ихтималлығы бар ине.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, янғындан иҫкәртеү ҡорамалы ғаиләне оло бәләнән һаҡлап ҡалған. Ә ул был йортта 2019 йылда “Күп балалы ғаилә” программаһы буйынса ҡуйылған. Шулай итеп, ул үҙенең функцияһын үтәгән һәм йорт йәшәүгә яраҡлы. Ә янғын сығыу сәбәптәрен тәфтишселәр асыҡлаясаҡ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәлә ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй шул. “Ҡыҙыл әтәс” тә йоҡлап ятмай, вайымһыҙҙарҙы һағалай. Ярай әле, үрҙә әйтелгән йортҡа янғындан иҫкәрткес ҡорамал ҡуйылған, юғиһә ниндәй аяныслы хәл теркәлерен күҙ алдына килтереүе ауыр.

Шуға ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һаҡ булайыҡ. Берәүҙең тырышлығы менән генә янғындарҙы, шулай уҡ башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөп булмаясаяғын аңлайыҡ һәм һәр беребеҙ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәйек.

Фотолар: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.

Автор:Айһылыу Низамова

Источник: https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2022-12-13/10-keshelek-ail-zyyan-k-rg-n-3069071 

10 кешелек ғаилә зыян күргән
10 кешелек ғаилә зыян күргән
Автор: