Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
12 Декабрь 2022, 14:00

Көнкүреш газы сыҡҡанда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре һәм кәңәштәр

Күп кенә тәбиғи газдар кеше өсөн хәүеф сығанағы булып тора. Әммә иң хәүефлеһе – көнкүрештә ҡулланылған метан, ҡала магистраль газы һәм баллондарҙағы шыйыҡландырылған нефть газы. Улар һауаға бүленеп сыҡҡанда тонсоғоуға, ағыуланыуға, шартлауға килтерә ала, шуға күрә газ приборҙары, колонкалар, мейестәр менән файҙаланыу, улар менән тотоноу ҡағиҙәләрен белергә һәм мотлаҡ үтәргә кәрәк.

Көнкүреш газы сыҡҡанда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре һәм кәңәштәр
Көнкүреш газы сыҡҡанда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре һәм кәңәштәр

Көнкүрештә газ сығып янғынға алып килеүенә, уларҙа кешеләрҙең һәләк булыуына юл ҡуймау өсөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының Дыуан район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге бер нисә ҡағиҙәне иҫегеҙгә төшөрә:
  Әгәр көслө газ еҫен тойһағыҙ, газ кранын ябығыҙ.
  Бинаны елләтегеҙ (ел үтәнән-үтә иҫһен).
  04 телефоны буйынса авария-ҡотҡарыу хеҙмәтен саҡырығыҙ (газ булмаған бинанан йәиһә бөтөнләй икенсе фатирҙан шылтыратырға кәрәк).
  Ут ҡабыҙмағыҙ, бер ниндәй ҙә электр приборҙарын тоҡандырмағыҙ. Газ сыҡҡан урынды һабын күбеге һөртөп, барлыҡҡа килгән ҡыуыҡтарға ҡарап ҡына асыҡларға мөмкин.
Фатирҙа, йортта нимә эшләргә ярамай:
  Газ приборҙарын үҙ аллы ремонтларға.
  Газ торбаһына бау бәйләп кейем киптерергә.
  Газ торбалары етешһеҙлектәрен үҙ аллы төҙәтергә. Ҡорамал менән эш иткәндә хәүефле осҡон сығыуы ихтимал.
Эшләгән газ приборҙарын, айырыуса балалар булған урында, ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

И. РАФИҠОВ,
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр
министрлығы Башҡортостан Республикаһы буйынса
баш идаралығының Дыуан район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге
һәм профилактик эш бүлеге инспекторы.

Фото

Автор: