Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
12 Декабрь 2022, 11:35

Байрам кәйефен ебәрмәйек

Янғын – ул көтөлмәгән хәл, уның сығырын алдан бер кем дә белмәй, тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡына ишетергә мөмкин. Әммә был улай түгел. Күп осраҡта, янғын – кешеләрҙең янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә битараф ҡалыуы, һаҡһыҙ мөнәсәбәте һөҙөмтәһе. Көнкүрештәге янғындарҙың төп сәбәптәре – ул, иң элек, ут менән һаҡһыҙ эш итеү (шул иҫәптән тәмәке тартҡанда), электр ҡорамалдарының төҙөк булмауы, мейес, көнкүреш электр йылытыу приборҙарын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу.

Байрам кәйефен ебәрмәйек
Байрам кәйефен ебәрмәйек

Тәүге һыуыҡтар башланғас та Мәсетле районы халҡы йылытыу мейестәрен һәм электр йылытыу приборҙарын әүҙем файҙалана башлай. Ә уларҙың йыш ҡына янғынға килтереүе бер кемгә лә сер түгел.
Шуға күрә шәхси йорттарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында Ҡорғат, Оло Аҡа һәм Әләгәҙ ауыл биләмәләрендә махсус комиссия өйҙәр буйлап рейдҡа сыҡты. Унда Башҡорт-остан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғындарҙы иҫкәртеү үҙәге инструкторы Данил Хәмиҙуллин, эске эштәр бүлегенең балиғ булмағандар эштәре буйынса өлкән инспекторы Айгөл Миңлеәхмәтова, үҙәк район дауаханаһы шәфҡәт туташы Светлана Мөхәмәтйәнова, “Ғаилә” хеҙмәте белгесе Азалия Исламова һәм юрисконсульт Илүзә Ғәләүева ҡатнашты.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 9 декабрҙә 49-сы һанында уҡығыҙ.

Автор: