Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
21 Ноябрь 2022, 09:30

Эттәрҙе бәйҙә тотоғоҙ

Социаль селтәрҙәге Мәсетле районы тормошона арналған бер төркөмдә Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәгән ҡатын хәүеф тыуҙырған берәҙәк эттәргә иғтибар итеүҙе һорай:“Тыныслыҡ урамындағы бер йорттоң ихатаһында 4-5 эт ике ҡыҙҙы ҡурҡытҡан, ярай әле беҙ күреп ҡалдыҡ һәм ярҙамға ашыҡтыҡ. Ҡыҙҙар, эскәмйәгә менеп, ярҙам һорап ҡысҡыра ине. Ҡайһы бер эттәрҙең муйынсағы һәм сылбыры бар. Хужалар эттәренең ысҡынып китеүен күрмәйме ни?”.

Эттәрҙе бәйҙә тотоғоҙ
Эттәрҙе бәйҙә тотоғоҙ

Мәсетле районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов аңлатма бирә:
“Районда хужаһыҙ хайуандар менән эш итеү буйынса саралар даими рәүештә график һәм граждандарҙың ғаризалары буйынса ойошторола. Хужаһыҙ хайуандар менән эшләү буйынса контракт төҙөгән подряд ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре һуңғы аҙнала Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһендә 15 этте аулаған. 11 ноябрҙә улар хәбәр ителгән адрес буйынса Тыныслыҡ урамына барған, ләкин эттәргә юлыҡмаған”.
Мәсетле ветеринария станцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай ялыуҙар йыш килә. Хайуандар урам буйлап йөрөй, бер өйөргә туплана, бер-берҙәренә һөжүм итә. Халыҡ эттәрҙең кешеләргә, ә иң ҡурҡынысы, балаларға ташланыуынан ҡурҡа.
Күп граждандар урамдарҙағы берәҙәк эттәрҙе тотоу буйынса саралар күреүҙе һорай. Шулай уҡ эттәрен бәйҙән ысҡындырған, йәиһә йорт эргәһенә ебәреп ҡуйған граждандарға ҡарата саралар күреү үтенесе менән мөрәжәғәт итә.
2022 йылда районда эттәрен бәйһеҙ иреккә сығарыу сәбәпле 24 хоҡуҡ боҙоу осрағы асыҡланған. Бөтә хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса штраф формаһында административ саралар күреләсәк.
Мәсетле районында берәҙәк хайуандарҙы тотоу менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуар Наил Мөхәмәтйәнов аңлатыуынса, 16 ноябргә ҡарата приютта 25 эт аҫрала, шуларҙың 22-һе – Оло Ыҡтамаҡ ауылынан.
Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 13.1-се статьяһының беренсе өлөшөнә ярашлы, йәмәғәт урындарында эттәрҙе (эттәрҙең бүлмәлә йәшәй торған декоратив тоҡомдарынан тыш) бәйһеҙ һәм морондоҡһоҙ күсергән йәиһә йөрөткән өсөн уларҙың хужаларына 500 һумдан алып 2000 һумға тиклем, ә потенциаль хәүефле тоҡомдарға ҡарата 4000-дән 5000 һумға тиклем административ штраф һалына.
Әгәр бәйләнмәгән эт кемделер тешләһә, был эшкә административ комиссия түгел, ә хоҡуҡ һаҡлау органдары тотонасаҡ һәм был осраҡта һүҙ эт һөжүменән зыян күргән кешегә әхлаҡи, матди зыянды ҡаплау (енәйәт яуаплылығы) хаҡында барыуы ихтимал.
– Эт тешләгәндән һуң кеше сәләмәтлегенә килгән зыянды ниндәйҙер административ штраф һәм түләүҙәр менән компенсациялап булмауын һәр беребеҙ яҡшы аңлай. Шуға йорт хайуандары тотҡан бөтә граждандарға ла шуны әйтке килә: һеҙ улар өсөн яуаплы, шуға күрә һеҙҙең эт-бесәйҙәрегеҙ тәүлек әйләнәһенә тирә-яҡтағылар өсөн хәүефһеҙ булһын өсөн сараһын күрергә тейешһегеҙ, – тип билдәләйҙәр Мәсетле ветеринария станцияһында.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: әгәр кеше йөрөгән урындарҙа (урам, майҙандарҙа) эт хужаһыҙ йөрөһә, ул ҡарауһыҙ ҡалған хайуан тип таныла. Муйынсағы булыу был хайуанды ҡараусыһыҙ тип билдәләү өсөн ҡаршылыҡ тыуҙырмай.
Хужаһыҙ йөрөгән хайуандар асыҡланған осраҡта, тиҙ арала сараһын күреү өсөн ауыл советтарына йәиһә 8 (34770) 2-01-01, 2-04-01 телефондары буйынса Мәсетле районының Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итергә кәрәк.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Автор:Лариса Михалькова