Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
10 Октябрь 2022, 09:50

Ябай ҡағиҙәләр һеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлар

22 сентябрҙә Оло Ыҡтамаҡ ауылының Көньяҡ урамынан алыҫ түгел ерҙә ҡоро үлән яна башлаған. Ут алты сутый биләмәне ялмап алған, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә янғын һүндерелгән.

Ябай ҡағиҙәләр һеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлар
Ябай ҡағиҙәләр һеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлар

30 сентябрҙә 5 сәғәт 50 минутта Оло Аҡа ауылында йортта янғын сығыуы теркәлгән. Уттан 8х8 метр майҙанлы бина байтаҡ зыян күргән. 86-сы янғын һүндереү часы һәм Оло Аҡа ауылы ирекле янғын һүндереү командаһы янғынды тиҙ арала ауыҙлыҡлаған.
Был ваҡиғалар көҙ етеү, төнгө һәм көндөҙгө ваҡытта һауа температураһы түбәнәйеү менән бәйле янғын хәүефһеҙлеге сараларын көсәйтеү кәрәклеген тағы бер тапҡыр иҫбатлай.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының 86-сы янғын һүндереү бүлеге начальнигы Зимфер Төхвәтуллин хәбәр итеүенсә, һауа температураһы түбәнәйгән осорҙа электр приборҙарын һәм мейес ҡорамалдарын файҙаланыу менән бәйле йыл һайын янғындар һанының артыуы теркәлә, шуға күрә уларҙы торлаҡ биналарҙа файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫтә тоторға кәрәк.
Мейес яғыу режимын боҙоу, утынды саманан тыш күп яғыуҙың янғынға килтереүе ихтимал. Был осраҡта кирбестәр шул тиклем йылына, хатта был эргә-тирәләге ағас конструкцияларҙың һәм тиҙ яныусан предметтарҙың янып китеүенә сәбәпсе булыуы бар. Ут менән һаҡһыҙ эш итеү, утын, янып китеүсән материалдарҙы киптереү һәм мейестәрҙе файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу ҙа янғын сығыуға килтерә.
Мейес менән файҙаланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ:
1. Мейестә ярыҡтар барлыҡҡа килеүгә һәм уның емерелеүенә юл ҡуймағыҙ.
2. Мейес ҡапҡасы тирәһендә иҙәнгә 50х70 сантиметрҙан бәләкәйерәк булмаған тимер табаҡ ҡағылырға тейеш.
3. Өй түбәһе аша үтеү урындарында мейестең төтөн сығыу юлдары 38 сантиметрҙан кәм булмаған ҡалынлыҡта кирбестән булырға тейеш.
4. Төтөн сығыу юлдарын һәм мейестәрҙе ҡоромдан таҙартыу йылытыу миҙгеле башланыр алдынан һәм өс айға бер тапҡыр үткәрелергә тейеш.
5. Мейес эргәһенә төрлө яғыулыҡ материалдары ҡуймағыҙ, шулай уҡ плита һәм мейестәрҙә утын киптермәгеҙ.
6. Мейестәрҙе кәрәсин, бензин һәм башҡа еңел тоҡанып китеүсе шыйыҡсалар менән яҡмағыҙ.
7. Янып китеүсән биналар янында һүндерелмәгән көлдө түкмәгеҙ.
8. Яғылған мейестәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Әгәр бүлмәлә электр приборын ҡабыҙғанда бер аҙ ҡараңғыланһа – был электр селтәренең көсөргәнешле эшләү билдәһе. Һаҡлағыстарҙың йыш янып сығыуы селтәрҙәге көсөргәнешлектең артыҡ булыуы тураһында һөйләй. Был осраҡта электрикты саҡырырға кәрәк.
Йылытыу приборҙарын
ҡулланғанда түбәндәге кәңәштәрҙе иҫәпкә алығыҙ:
  әгәр сым йәиһә штепсель эшләп торған ваҡытта ҡыҙһа, шунда уҡ йылытҡысты һүндерегеҙ һәм розетканан ысҡындырығыҙ;
  йылытыу приборы янып китмәй торған нигеҙҙә торорға тейеш, уны ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, бигерәк тә төнгө яҡҡа;
  янғын йыш ҡына ҡулдан эшләнгән йылытыу приборҙарынан, бигерәк тә йорттоң электр селтәренә иҫәпләнмәгән ҙур ҡеүәтте файҙаланыу арҡаһында сыға. Ҡулдан эшләнгән электр йылытҡыстарын ҡулланмағыҙ.

Янғын осрағында эш итеү:
1. Янғын тураһында
01 йәиһә 101
телефоны аша хәбәр итегеҙ. Хәбәрҙә янғын сыҡҡан бинаның адресын, фамилияғыҙҙы һәм телефонығыҙҙы аныҡ бирегеҙ.
2. Янғын һағын ҡаршы алыуҙы ойоштороғоҙ.

Яҡындарығыҙҙы һаҡлар өсөн барлыҡ сараларҙы үтәгеҙ!

Фото

Автор:Лариса Михалькова