Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
4 Октябрь 2022, 09:25

Мутлашыусылар ике ҡатынға матди зыян килтергән

Район полиция бүлегенә Мәсетле районында йәшәүселәргә ҡарата билдәһеҙ кешеләр тарафынан мутлашыу ҡылыу тураһында ике ғариза килде, тип хәбәр итте Рәсәй Эске эштәр министрлығы Мәсетле районы буйынса бүлегенең енәйәтселәрҙе эҙләү бүлексәһе начальнигы полиция майоры Илсур Әбдрәхимов.

Мутлашыусылар ике ҡатынға матди зыян килтергән
Мутлашыусылар ике ҡатынға матди зыян килтергән

Беҙҙең район халҡы бер нисә тапҡыр мутлашыусылар тоҙағына эләккән һәм байтаҡ аҡсаһын юғалтҡан да инде. Ике яңы осраҡ тураһында ентекләберәк һөйләйбеҙ.
Бер ҡатынға “Бәйләнештә” социаль селтәрендә күптәнге танышынан хәбәр килә. Ул Рәсәй Президенты Указы буйынса карта тотҡан пенсионерҙар өсөн акция үтеүе, картаның номерын һәм уның кире яғынан өс һанды хәбәр иткәндә, иҫәпкә 6500 һум күләмендә аҡса күсеүе хаҡында хәбәр итә.
Ҡатын “әхирәте”нә ышанып, үҙенең Һаҡлыҡ банкы һәм Рәсәй ауыл хужалығы банкы картаһының номерын, шулай уҡ өс һанлы кодты күрһәтеп, хәбәр ебәрә. Шунан һуң мутлашыусы карталағы ҡалған сумманы яҙыуын һорай. Ҡатын был хаҡта ла уға хәбәр итә. Артабан телефонға алты һанлы кодтар менән хәбәр итеүсе СМС килә башлай, был мәғлүмәтте лә ул “әхирәте”нә тапшыра. Һөҙөмтәлә уның банк иҫәбенән 38000 һумдан ашыу аҡсаһы билдәһеҙ иҫәпкә күсә.
Ҡатын үҙенең мутлашыусылар тоҙағына эләккәнен аңлай. Әхирәтенә шылтыратҡас, уның бер ни ҙә яҙмауын, акция хаҡында ишетмәүен һәм бер ниндәй ҙә карта һандарын һорамауын асыҡлай. Зыян күргән ҡатын полицияға мөрәжәғәт итә.
Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 158-се статьяһы 3-сө бүлегенең “г” пункты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Район үҙәгендә йәшәгән бер ҡатын менән дә шундайыраҡ хәл килеп сыға. Уға таныш булмаған ҡатын шылтыратҡан. Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәре булып таныштырып, уның исеменән банкка кредит һорап ғариза килеүе тураһында хәбәр итә. Ҡатын мутлашыусыға был мәғлүмәт хаталы икәнлеген һәм бер ниндәй ҙә кредит алырға йыйынмауын белдерә. Енәйәтселәргә кредит алырға юл ҡуймаҫ өсөн, шылтыратыусы ҡатындың картаһын блокировкаларға тәҡдим итә, ә бының өсөн ул СМС-хәбәр менән килгән кодты яҙырға тейеш. Ҡатын шулай эшләй ҙә. Артабан банк белгесе һөйләшеүҙе икенсе хеҙмәткәргә күсерә, унда һөйләшеүҙе бер ир кеше алып бара.
Ул ҡатындың шәхси иҫәбе һәм карталарына ҡағылышлы һорауҙар бирә, кемгәлер үҙенең мәғлүмәттәрен тапшырыу-тапшырмауы, интернет аша әйберҙәр һатып алыу-алмауы, карта буйынса ниндәй операциялар үткәреүе һәм башҡалар тураһында һорай. Бөтә мәғлүмәтте белгәс, ул шулай уҡ ғәмәлдәге картаны блокировкаға ҡуйырға, банкка мөрәжәғәт итеп, яңыһын сығарырға тәҡдим итә. Аҡсаны һаҡлау һәм мутлашыусыларҙың уларҙы файҙаланыуына юл ҡуймау өсөн аҡсаһын ваҡытлыса икенсе банкка страховка агенты исеменә күсерергә кәрәклеген аңлата. “Белгес” быны нисек эшләргә кәрәклеген өйрәтә. Һаҡлыҡ банкы ҡушымтаһы аша ҡатын үҙенең бөтә 26000 һум аҡсаһын агент иҫәбенә күсерә. Аҡса күсерелгәндән һуң, шылтыратҡан ир банкка мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә. Банктан хәбәр итеүҙәренсә, улар мутлашыусылар булып сыға.
Был факт буйынса ла Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 156-сы статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Хөрмәтле мәсетлеләр, һаҡ булығыҙ! Бер ниндәй сәбәп-һеҙ картағыҙҙың мәғлүмәттәрен сит кешеләргә тапшырмағыҙ. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: өс һанлы код һәм СМС-тан пароль мутлашыу-сыларға картағыҙҙан аҡса урлау өсөн кәрәк.
Әгәр һеҙгә таныш булмаған кеше туғанығыҙҙың бәләгә осрауы, тейешле пенсия, пенсияға өҫтәмә тураһында, һеҙҙең иҫәптән йәиһә картанан аҡса китеүе тураһында хәбәр итһә, 102 телефоны буйынса шылтыратығыҙ. Мутлашыусыларға мөмкинлек бирмәгеҙ! Был һеҙҙең йыйған аҡсағыҙҙы һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк.
Наталья РУСИНОВА.

Автор:Лариса Михалькова