Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
2 Сентябрь 2022, 14:20

Башҡортостан Республикаһы территорияһында янғынға ҡаршы махсус режим индерелде

Янғынға ҡаршы махсус тәртип урманға барыуға, усаҡ яғыуға, сүп-сар яндырыуға, ҡоро үҫемлектәр яғыуға һәм асыҡ ут ҡулланыуға тыйыу индерә.

Башҡортостан Республикаһы территорияһында янғынға ҡаршы махсус режим индерелде
Башҡортостан Республикаһы территорияһында янғынға ҡаршы махсус режим индерелде

Шулай уҡ граждандар йорт яны участкаларын янып китеүсән сүп-сарҙан һәм ҡалдыҡтарҙан таҙартырға тейеш.
86-сы янғын һүндереү-ҡотҡарыу бүлегендә билдәләүҙәренсә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын һәм сүп-сарҙы яндырыуҙың, усаҡ яғыуҙың янғынға килтереүе ихтимал. Янғын хәүефе юғары булғанда һәм янғынға ҡаршы махсус режим осоронда Рәсәй субъекттарының башҡарма власть органдары индергән янғын хәүефһеҙлеге сараларын үтәү мөһим. Янғынға ҡаршы махсус режим талаптарын үтәү, шәхси тәртип һәм яуаплылыҡ ҡына ошо хәүефле осорҙо юғалтыуһыҙ үтергә мөмкинлек бирә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн граждандарға – 2000-3000 һум, вазифалы кешеләргә – 6000-15000 һум, юридик берәмектәргә 150000-200000 һум күләмендә штраф ҡаралған. Айырым янғынға ҡаршы режим ғәмәлдә булған шарттарҙа штраф күләме граждандарға – 2000-дән 4000 һумға тиклем; вазифалы кешеләргә – 15000-дән 30000 һумға тиклем; юридик шәхестәргә 200000-дән 400000 һумғаса арта.

Беҙҙең хәбәрсе.

Автор:Лариса Михалькова