Бөтә яңылыҡтар

Талпандар әүҙемләшә

Талпандарҙың иң әүҙем ваҡыты башланды. Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы мәғлүмәте буйынса, бөгөн 48 кешегә, шул иҫәптән 13 балаға талпан ҡаҙал-ған.

Талпандар әүҙемләшә
Талпандар әүҙемләшә

Талпандар бик күп инфекция таратыусы икәнен аңларға кәрәк, араһында талпан энцефалиты һәм боррелиоз (Лайм ауырыуы) – иң киң таралған инфекциялар.
Талпан энцефалитын бөжәк тешләгәндә генә түгел, уны һытҡан саҡта ла ҡулдағы бәләкәй генә яра аша йоҡторорға мөмкин. Сир йоҡтормаҫ өсөн талпандар күп булған урындарға йөрөмәҫкә кәңәш ителә, әгәр ҙә инде өҫ кейемендә, тәндә табылһа, бөжәкте кисекмәҫтән сығарырға кәрәк.
Урманға барырға йыйынһағыҙ, иң яҡшыһы замогы булған, еңе ҡыҫып торған спорт курткаһы, ә башҡа яулыҡ ябынырға йәиһә бөжәк инмәҫлек баш кейеме кейергә кәрәк. Урманда 1,5-2 сәғәт һайын үҙеңдең һәм яныңда булған кешенең өҫкө кейемен, кәүҙәнең асыҡ өлөштәрен тикшерергә. Бөжәктәрҙе ҡурҡытыусы өҫ кейеменә һиптерә торған махсус сараларҙы (аэрозоль формаһында репеллент) ҡулланығыҙ.
Талпан энцефалитынан һаҡланыуҙың ышаныслы сараһы – прививка. Уны үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһында ҡуйҙырырға мөмкин. Прививка хәүеф сығанағына сығырҙан 14 көн алда ҡуйылып бөтөргә тейеш. Ошо ваҡыт эсендә кешенең иммунитеты барлыҡҡа килә.
Әгәр ҙә инде талпан ҡаҙала ҡалһа, поликлиниканың хирургия кабинетына, фельдшер-акушер пунктына, ауыл амбулаторияһына йәиһә “Ашығыс ярҙам” бинаһының ҡабул итеү бүлмәһендә медицина хеҙмәткәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Тәнгә ныҡ батҡан талпанды үҙ аллы алған осраҡта, уның башы төптә тороп ҡалмаһын өсөн бик һаҡ булыу талап ителә. Бының өсөн пинцет менән йәиһә бармаҡҡа таҙа марля урап, талпандың моронона яҡыныраҡ эләктереп, пинцетты тәнгә перпендикуляр хәлдә тотоп, ҡабаланмай ғына талпанды үҙ күсәре буйлап әйләндереп тартып алығыҙ. Шулай уҡ ныҡлы епте уның моронона бәйләп, киҫкен хәрәкәттәр яһамай ғына өҫкә тартырға кәрәк. Талпанды алғанда бик һаҡ булығыҙ, сөнки ул һытылһа, эсендәге ағыуы яра аша организмға эләгәсәк. Талпанды алған кешегә, ҡулдағы ваҡ яралар аша инфекция организмға үтеп инмәһен өсөн, ҡулдарын һабынлап йыуыу мотлаҡ.
Талпанды алғандан һуң, уны тере килеш таҙа һауытта 2 тәүлек эсендә микробиология лабораторияһына тапшырырға кәрәк. Быны Өфөләге Шәфиев урамының 7-се йортонда урынлашҡан төп лаборатория йәиһә Дыуан районы Мәсәғүт ауылы “Медлайф” клиник лабораторияһына мөрәжәғәт итеп эшләргә була.
Әгәр талпан һаҡланмаһа, сирҙе профилактикалау өсөн зыян күреүсегә медицина учреждениеһында профилактик дауаланыу үтергә кәрәк.
Вирус йоҡтороу осрағын кәметеү маҡсатында йыл һайын халыҡ күп йыйылған урындар дезинфекциялана. Беҙҙең районда һабантуй майҙаны ошондай урындар-ҙың береһе булып тора. Ағымдағы йылда байрам уҙаһы территория алдан эшкәртелә.
Наталья РУСИНОВА.

Автор:Лариса Михалькова