Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
27 Апрель 2022, 10:10

Ташҡындың күҙгә күренмәгән хәүефе

Яҙғы ташҡын осоронда, бысраҡ һыу эләгеү сәбәпле, эсәк инфекциялары хәүефе барлыҡҡа килә.

Ташҡындың күҙгә күренмәгән хәүефе
Ташҡындың күҙгә күренмәгән хәүефе

Гигиена һәм эпидемиология үҙәге яғынан яҙғы ташҡын осоронда халыҡтың эсәр һыу сифатына ҡаты контроль булыуға ҡарамаҫтан, һыу сифаты ҡапыл насарая. Һыуҙа микроорганизмдарҙың, паразиттарҙың концентрацияһы һиҙелерлек арта, химик состав насарая һәм былар барыһы ла халыҡтың һаулығына потенциаль хәүеф тыуҙыра.
Тағы ла бер проблема – һыу бүлеү селтәрҙәренең санитар-техник торошо, улар күптән инде капиталь алмаштырыуҙы талап итә.
Селтәрҙәге авария, ә уның һөҙөмтәһендә эсәр һыуҙың икенсегә микроб менән бысраныуы эпидемиологик хәүеф тыуҙыра. Хужалыҡта тотоноу һәм эсеү өсөн тәғәйенләнгән һыу үткәргестәрҙе файҙаланыусы, эсәр һыуҙың сифатына производство контролен
тормошҡа ашырыусы ойошмаларҙың ҡайҙа буһоноуына һәм милек формаһына ҡарамаҫтан, бөтә ойошма, предприятие, хужалыҡтар ғәмәлдәге “Эсәр һыу” санитар ҡағиҙәләрен һәм нормаларын мотлаҡ үтәргә тейеш. Документтың төп талабы – халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү, ул эпидемиологик һәм радиацион яҡтан хәүефһеҙ, химик составы буйынса зарарһыҙ, организм өсөн уңайлы сифаттарға эйә булырға тейеш.
Ошоға бәйле коммуналь һәм ведомство һыу үткәргестәре булған бөтә етәкселәргә халыҡты сифатлы һыу менән тәьмин итеү эштәрен ойоштороуҙы яҡшыртыу буйынса тәғәйен саралар күрергә кәрәк. Һыу алыу ҡоролмалары, бүлеү селтәрҙәре, башҡа ҡорамалдарҙың санитар-техник торошон ваҡытында тикшереү мөһим.
Һыу үткәргес ҡоролмаларын дезинфекциялау яҙғы ташҡын осоронда ғына түгел, һәр авариянан һуң һыу үткәргес селтәре һәм ҡоролмаларында үткәрелергә тейеш. Һыу менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙы ябай санитар-гигиена ҡағиҙәләрен ваҡытында үтәргә саҡырабыҙ, сөнки күп йыллыҡ мониторинг авария булған осраҡта дезинфекция тейешле кимәлдә үткәрелмәүен күрһәтә.
2011 йылдың 7 декабрендәге 416-ФЗ һанлы “Һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү тураһында”ғы Федераль закондың 21-се статьяһының 2-се пунктына ярашлы, эҫе, һыуыҡ һыу менән тәьмин итеү йәиһә һыу биреү, ағынты һыуҙарҙы транспортировкалауҙы ваҡытлыса туҡтатҡан йәиһә сикләгән осраҡта, ошо статья-ның 1-се өлөшөндә күрһәтелгән нигеҙ буйынса һыу менән тәьмин итеүсе ойошма һыу биреүҙе туҡтатыу йәиһә сикләүҙән һуң бер көн эсендә абоненттарға, урындағы үҙидара органына, федераль дәүләт санитар-эпидемиологик күҙәтеүҙе контролдә тотҡан федераль башҡарма власть органының территориаль органына хәбәр итә.
Һыуҙы зарарһыҙландырыу өсөн алдан дезинфекция саралары (кальций гипохлориты, хлорлы эзбиз) запасын булдырырға кәрәк.
Предприятие, ойошма, учреждениелар етәкселәренә скважина, таҙа һыу резервуары, һыу таратыусы селтәр һәм йәмәғәт ҡоҙоҡтарын профилактик дезинфекциялау өсөн һыу менән тәьмин итеүсе ойошма менән килешеү төҙөргә. Шәхси ҡоҙоҡтары булған граждандарға ла ҡулланылған һыуҙың сифатын ваҡытында хәстәрләү мөһим.
Ташҡын осоронда халыҡҡа ҡайнаған һыу, шулай уҡ һауыттарҙағы һыуҙы ғына эсергә кәңәш ителә.
Кәрәкле бөтә саралар күреү йоғошло ауырыу (холера, дизентерия, вируслы гепатит, ҡорһаҡ тифы һәм башҡа хәүефле ауырыуҙар) барлыҡҡа килеү хәүефен бөтөрөргә мөмкинлек бирәсәк.

А. ИЛЬЯСОВ,
“Башҡортостан Республикаһында Гигиена һәм
эпидемиология үҙәге”
Федераль бюджет һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының Бөрө, Нефтекама ҡалалары һәм Дыуан районындағы филиалының дөйөм гигиена буйынса табибы.

Фото

Автор:Лариса Михалькова