Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
19 Апрель 2022, 16:05

Яҙ – янғын хәүефе осоро

Яҙ етеп, көндәр йылытҡандан һуң, янғын сығыу хәүефе арта. Линза, шешә ярсығы ҡояшта ныҡ ҡыҙып, шулай уҡ тәмәке, үтеп барған автомобиль йәиһә мотоцикл торбаһынан сыҡҡан осҡондан урман, баҫыу, юл ситендәге ҡоро үҫемлектәрҙең янып китеүе ихтимал. Һүндерелмәгән усаҡ йәиһә аңлы рәүештә яндырылған үлән хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.

Яҙ – янғын хәүефе осоро
Яҙ – янғын хәүефе осоро

Халыҡтың уяулығын һәм яуаплылығын арттырыу өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының территориаль идаралыҡтары янғын хәүефе осоро башланыуы хаҡында хәбәр итә.
Махсус тәртип ҡағиҙәләрен һәр кем белергә тейеш. Асыҡ ут менән махсус йыһазландырылған урындарҙа, түбәндәге талаптарҙы үтәгәндә генә файҙаланырға мөмкин:
а) асыҡ ут тәрәнлеге 0,3 метрҙан кәм булмаған, диаметры 1 метрҙан артмаған соҡорҙа, ныҡлы ҡуйылған металл һауытта (мәҫәлән, мискә, бак, мангал) йәиһә янмай тор-ған материалдан осҡон ситкә сығыу мөмкинлеге булмаған, күләме 1 кубометрҙан артмаған һауытта яғылырға тейеш;
б) асыҡ ут ҡулланыу урыны яҡындағы объекттан (бина, ҡоролма, ҡаралты, асыҡ келәт, эҫкерт) – 50 метр, ылыҫлы йәиһә айырым үҫкән ылыҫлы ағастар, йәш ағастарҙан – 100 метр һәм япраҡлы ағастар төркөмөнән 30 метр алыҫлыҡта урынлашырға тейеш;
в) асыҡ ут файҙаланыу урыны тирәләй территория ҡороған ағас, ҡоро үлән, ҡороған ботаҡ өйөмө, киҫелгән ағас ҡалдыҡтары, башҡа яныусан материалдарҙан 10 метр радиуста таҙартылырға һәм 0,4 метрҙан кәм булмаған киңлектәге янғынға ҡаршы һыҙат менән бүленергә тейеш;
г) асыҡ ут менән файҙаланыусы кеше янғын һүндереү өсөн беренсел янғын һүндереү саралары, шулай уҡ янғын һағы подразделениеһын саҡырыу өсөн мобиль элемтә саралары менән тәьмин ителергә тейеш.
Муниципалитет биләмәһе, дача участкаһы, шәхси торлаҡ секторы, ял итеү урындарында усаҡ яғыу, сүп-сар, ҡоро үҫемлек, үлән яндырыу, ут эштәрен алып барыу тыйыла.
Янғынға ҡаршы махсус режим шарттарында янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн граждандарға – 2000 һумдан алып 4000 һумғаса, вазифалы кешеләргә – 6000 һумдан 15000 һумғаса, юридик шәхес булып теркәлмәгән эшҡыуарҙарға 20000 һумдан 30000 һумғаса, юридик шәхестәргә 150000 – 250000 һум күләмендә штраф һалыу ҡаралған.
Янғын эҙемтәһе күләме менән бәйле ғәйеплегә енәйәт яуаплылығы ла янай.
Янғынға ҡаршы махсус режим шарттарында ҡылынған ғәмәлдәр өсөн штраф: граждандарға – 2000 һумдан алып 4000 һумға тиклем;, вазифалы кешеләргә – 15000 һумдан 30000 һумға тиклем, юридик шәхес булып теркәлмәгән эшҡыуарҙарға – 30000 һумдан 40000 һумға тиклем, юридик шәхестәргә 200000 һумдан 400000 һумғаса күләмдә штраф һалына.
Р. НУРИСЛАМОВ,
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы БР буйынса Баш идаралығының Дыуан район-ара профилактика
эштәре һәм күҙәтеү эшмәкәрлеген
алып барыу бүлеге тәүтикшереүсеһе.

Автор:Лариса Михалькова