Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
21 Март 2022, 16:05

Һаҡ булығыҙ: боҙ йоҡа!

Ташҡын ваҡыты яҡынлаша. Бына йылғаларҙа боҙ ҙа йомшара башлар. Яҙ боҙ аша йөрөү хәүефле: көтмәгәндә аяҡ аҫтында боҙ ярылып, төшөп китеү ихтимал. Канау, мәкеләр ҙә хәүефле.

Һаҡ булығыҙ: боҙ йоҡа!
Һаҡ булығыҙ: боҙ йоҡа!

Яҙғы ташҡын ваҡытында бигерәк тә балаларға иғтибарлы булырға кәрәк. Ата-әсәһе, өлкәндәр ҡарауынан ҡалып, улар хәүефһеҙлек сараһын белмәйенсә, текә ярҙа уйнай, ә ҡайһы берҙә һыу ятҡылығындағы боҙҙа шыуа. Ҡайһы үҫмерҙәр ышаныслы булмаған боҙҙа балыҡ тоторға ла самалай. Бындай битарафлыҡ фажиғәле тамамланырға мөмкин. Был осорҙа балаларға һыу ятҡылыҡтарына барырға ярамауын ҡат-ҡат иҫкәртеп тороғоҙ. Кәртәләнмәгән һәм иҫкәртеү билдәләре ҡуйылмаған тәрән соҡор һәм йырындар айырыуса хәүефле.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы Дыуан район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге бәхетһеҙлек осраҡтарынан һаҡланыу өсөн боҙҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш итә. Боҙға сығыр алдынан уның ныҡлығын тикшерергә һәм боҙҙоң емерелеү процесы яр буйҙарында тиҙерәк барыуын иҫтә тоторға кәрәк.
Яҙғы осорҙа алыҫ һыу ятҡылыҡтарына бармаҫҡа, боҙ киткән ваҡытта йылға аша сыҡмаҫҡа, боҙ тығылған урындарға яҡын бармаҫҡа, текә ярҙа тормаҫҡа, күпер өҫтөндә, быуа янында йыйылмаҫҡа, боҙҙо ярҙан этәрмәҫкә, һыу ятҡылығы тәрәнлеген тикшермәҫкә, боҙ өҫтөндә йөрөмәҫкә, шыумаҫҡа кәңәш ителә.
Ярҙам талап ителгән осраҡта 01 йәки 112 телефондары буйынса шылтыратырға.
Надежда ГАЛАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова