Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
11 Март 2022, 17:00

Өйҙәге газ: хәүефһеҙ, уңайлы һәм аҙ сығымлы

Зәңгәр яғыулыҡ универсаль ресурс булып тора, әммә уның менән һаҡ фай- ҙаланырға кәрәк. Газ ҡулланыуҙа төп ҡағиҙәләр хаҡында түбәндәге мәҡәләлә һөйләрбеҙ.

Өйҙәге газ: хәүефһеҙ, уңайлы һәм аҙ сығымлы
Өйҙәге газ: хәүефһеҙ, уңайлы һәм аҙ сығымлы

Зәңгәр яғыулыҡ – көнкүрештә бик тә ҡулайлы әйбер, унан тыш, ул электр энергияһынан отошлораҡ та. Башҡа ресурстар кеүек үк, газ менән дә файҙалана белергә кәрәк. Әйҙәгеҙ, бергә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡабатлайыҡ, улар хаҡында балаларға ла һөйләйек.
Аш-һыу бүлмәһе ҡағиҙәһе:
– Аш-һыу әҙерләй башлар алдынан форточканы асығыҙ – аш-һыу бүлмәһен елләтергә кәрәк. Ҡағиҙәне иҫтә тотоғоҙ: газ плитаһы эшләгән саҡта тәҙрә асыҡ булырға тейеш.
– Камфаркаларҙы күҙәтәбеҙ:
1) ялҡын тыныс, зәңгәрһыу йәиһә шәмәхә төҫөндә булһа – бик яҡшы,
2) ут “ҡалтырай” йәиһә һүнә икән, крандарҙы ябығыҙ һәм бинаны елләтегеҙ.
– Газ плитаһы мейесендә киске аш бешерергә йыйынһағыҙ, уны елләтергә онотмағыҙ: ҡабыҙырҙан алда бер нисә секунд асып тороғоҙ.
МӨҺИМ: балалар газ плитаһының уйынсыҡ булмауын белергә тейеш, идара итеү саралары менән шаярырға һәм газ ҡорамалы янында уйнарға ярамай.

ВЕНТИЛЯЦИЯНЫ КҮҘӘТЕГЕҘ
Газ ҡаҙаны урынлашҡан бинала яныу продукттары тышҡа сыҡһын өсөн төтөн юлы һәм вентиляция каналы булырға, шулай уҡ форточка йәки махсус һауа ағымы клапандары йә стеналағы рәшәткә аша һауа ағымы тәьмин ителергә тейеш.
Ҡасан тикшерергә? Төтөн һәм елләтеү каналдарын йылына 3 тапҡыр тикшерергә кәрәк: йылытыу миҙгеле башланыуға бер аҙна ҡалғас, миҙгел уртаһында һәм тамамланғандан һуң бер аҙнанан да һуңға ҡалмайынса.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Күп фатирлы йорттарҙа елләтеү һәм төтөн сығыу каналдарын тикшереүҙе идара итеүсе компаниялар ойоштора, шәхси секторҙа иһә был – һәр милексенең бурысы.
Һөрөмлө газ менән ағыуланыуҙың
билдәләре:
– баш ауыртыу һәм баш әйләнеү;
– ҡолаҡ шаулауы, тын ҡыҫылыу, йөрәк тибеше йышайыу, күҙ алдында ҡара нөктәләр барлыҡҡа килеү;
– йөҙ ҡыҙарыу, дөйөм хәлһеҙлек, күңел болғаныу, ҡай саҡ ҡоҫоу;
– ауыр осраҡтарҙа тартышыу, аңды юғалтыу, кома.
Зыян күреүсегә саф һауа алыу мөмкинлеген тәьмин итегеҙ, тиҙ ярҙам саҡырығыҙ!

НИМӘ ЭШЛӘРГӘ ЯРАМАЙ:
– эшләп торған газ ҡорамалын ҡарауһыҙ ҡалдырырға;
– төтөн каналына, мөрйәгә, төтөн һәм вентиляция каналдарына ябыу ҡуйырға, газ приборҙары конструкцияһына үҙгәрештәр индерергә;
– көнкүреш газ ҡорамалынан төтөн сығарғысты вентиляция каналдарына тоташтырырға;
– прибор, автоматика ватылғанда йәиһә газ сыҡҡанда газ менән ҡулланырға;
– газ сығып торған урынды һәм газ ҡоролмаһын үҙ аллы ремонтларға.

ГАЗ ЕҪЕ СЫҠҠАНДА НИМӘ ЭШЛӘРГӘ?
Зәңгәр уттың юҡҡа сығыуын йәиһә үҙенсәлекле еҫ килгәнен абайлаһағыҙ, ашығыс саралар күрергә кәрәк:
1) шунда уҡ газ плитаһын йәки колонкаһын һүндерегеҙ һәм улар алдындағы крандарҙы ябығыҙ;
2) тәҙрәләрҙе асығыҙ;
3) газ тулған бинанан һәм уның менән йәнәш бүлмәләрҙән бөтә кешеләрҙе лә сығарығыҙ. Күршеләрегеҙгә һәм был мәлдә яҡын тирәлә булған кешеләргә газ ебәреүе тураһында хәбәр итегеҙ;
4) хәүефһеҙ урындан 04, йәки кеҫә телефонынан 104, 040 номерҙары буйынса авария-диспетчер хеҙмәтенә йә булмаһа 112 берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратығыҙ.
МӨҺИМ:
– бер ниндәй электр приборҙарын да ҡабыҙмағыҙ һәм һүндермәгеҙ, уларҙағы төймәләргә баҫмағыҙ;
– тәмәке тартмағыҙ.

ХЕҘМӘТЛӘНДЕРЕҮҘЕ ФӘҠӘТ ПРОФЕССИОНАЛДАРҒА ҒЫНА ЫШАНЫП ТАПШЫРЫҒЫҘ
“Барыһы ла тәртиптә” йәиһә “бөтәһен дә үҙем йүнәтәм” тигән һүҙҙәр яуапһыҙлыҡ хаҡында һөйләй. Һәм бөтә бәлә ошонан башлана.
НИМӘ ЭШЛӘРГӘ? Газ ҡорамалын ҡуйыу, алмаштырыу йәиһә етешһеҙлектәр асыҡланған осраҡта техник хеҙмәтләндереү һәм ремонт тураһында килешеү төҙөлгән махсус ойошмаға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шылтыратырға, килешеүҙә күрһәтелгән электрон адрес буйынса йәиһә компанияның клиенттар офисына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
ҠАСАН? Газ ҡорамалдары йылына 1 тапҡыр техник хеҙмәтләндерелергә тейеш.
“Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәте тарафынан Башҡортостан Республикаһы территорияһында газ ҡорамалдарына техник хеҙмәтләндереү үткәреү графигы менән http://www.bashgaz.ru рәсми сайтында танышырға мөмкин.

ГАЗ АНАЛИЗАТОРҘАРЫ
Газ анализаторы – биналағы һауала янған газ кимәлен контролдә тотоу өсөн махсус ҡулайлама. Өйҙә газ еҫе сыҡҡан осраҡта ул тауыш бирә һәм уты яна – был бигерәк тә төндә, кешеләр ҡаты йоҡлаған ваҡытта уларҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡала.
Һеҙгә, бюджет кимәленә ҡарап, үҙегеҙгә оҡшаған моделде – үҙебеҙҙең илдә йәиһә сит илдә етештерелгәнде һайлап алыу мөмкинселеге бар.
Нисек һайларға:
– ҡорамал ябыу клапаны менән йыһазландырылған булырға тейеш. Газ еҫе сығып, йәиһә яныу продукттары миҡдары һауала күп булған ваҡытта, ул тауыш сығара, клапанға импульс бирә һәм газ килеү юлын яба;
– ҡорамалдың техник паспорты һәм сертификаты булырға тейеш.
Газ анализаторы һәм консультация алыу өсөн Мәсәғүт ауылындағы “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәте филиалына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

ГАЗ МЕНӘН ФАЙҘАЛАНЫУ ҠАҒИҘӘЛӘРЕН ҮТӘГЕҘ!

Фото

Автор:Лариса Михалькова